НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 11(2011) » Страница 5

Шифаханаға кемдәр барасаҡ?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 12-02-2011, 10:10


Быйылдан инвалидтарҙы һәм ветерандарҙы реабилитациялау саралары һәм санаторийҙарға путевкалар менән республиканың Хеҙ­мәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми­нистрлығы тәьмин итәсәк.
Ведомство министры Лена­ра Иванова әйтеүенсә, был маҡсатта 610 миллион һум аҡса бүленгән – былтырғыға ҡара­ған­да ике тапҡыр күберәк....

Транспорт һалымы кәмей
Новости // 12-02-2011, 10:10


Республика башлығы ҡушыуы буйынса 100 ат көсөнә тиклемге ҡеүәтле автомобилдәр хужаларына транспорт һалымы ставкаһын (һәр ат көсөнән) 7,5 һумдан 5,5 һумға тиклем төшөрөүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекты эшләнгән.
Президент әйтеүенсә, иҫәп буйынса Башҡортостан­дағы автомобиль хужаларының яҡынса 70 проценты транспорт һалымын льготалы схема буйынса түләйәсәк. Был законды бойомға ашырыуҙан социаль эффект 150 миллион һум тәшкил итәсәк. 2012 йылға республика бюджетының килем өлөшөн проектлағанда ошо һандар иҫәпкә алынасаҡ.
Миҫал өсөн: үҙебеҙҙең илдә етештерелгән ябай автомобилдең двигатель ҡеүәте яҡынса 80 ат көсөнә эйә. Һалым суммаһы түбәндәгесә иҫәпләп сығарыла: 80 ат көсө х 7,5 (транспорт һалымының әлеге ставкаһы) = 600 һум. Һалымдың яңы ставкаһы автомобиль хужаларына 160 һумды экономиялау форсатын бирәсәк....

Милиция һаулыҡ һағында
Новости // 12-02-2011, 10:08


Башҡортостан Республика­һы буйынса Эске эштәр ми­нис­тр­лығы ҡарамағындағы Дәү­ләттән тыш хәүефһеҙлек структуралары менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса коорди­нация со­веты Республика ба­ла­лар клиник дауаханаһына ике медицина ҡорамалы һатып алыу өсөн сертификат тапшыр­ҙы.
1 миллион һумлыҡ сертификатҡа юғары технологиялы ике аппарат һатып алынған. Ҡорамалдар балаларҙың йөҙ-яңаҡ үҫешенә ҡамасау иткән сирҙәрҙе хирургия ысулы менән дауалау өсөн яраҡлаш­ҡан....

Өс һөйләм менән
Новости / Башҡортостан // 12-02-2011, 09:59


Башҡортостан Республикаһы мосолмандары диниә назараты Мы­сырҙан студенттарҙы алып ҡай­тыу­ҙы ойошторғаны өсөн республика Пре­зиденты Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт хаты ебәрҙе. «Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы, – тиелә хатта, – ауыр хәлдә ҡал­ғанда студенттар, уларҙың ата-әсәләре һәм яҡындары тураһында хәстәрлек күреүегеҙ ысын күңелдән тетрәндерҙе. Бындай аҙым йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо һәм ил, республика етәкселегенә ихтирам тәрбиәләүҙең иң яҡшы өлгөһө булып тора»....


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM