НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » 10(2011) » Страница 4

Көн торошо
Новости / Башҡортостан // 8-02-2011, 10:05


Республикала әле бурандар ҡотора. Башҡортостандың Гидрометүҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, шаршамбыға тиклем көслө ел ҡатыш ҡар яуыуы дауам итәсәк. Көндәрҙең һалҡынайыуы көтөлә.
Бөгөн көндөҙ 10 градус һалҡын булһа, иртәгә 13 – 15 градусҡаса һыуытасаҡ. Синоптиктарҙың фаразы буйынса, аҙна аҙағында көндәрҙең ныҡ һыуытыуы, киләһе аҙнала сатнама һыуыҡтар башланыуы көтөлә. Төндә урыны менән һауа температураһының 38 градусҡа тиклем төшөүе мөмкин. Юлдарҙа боҙлауыҡ буласаҡ....

Башҡортостанда күп милләтле Рәсәй сағыла
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:01


Башҡортостанда күп милләтле Рәсәй сағылаРеспубликабыҙҙа 150-нән ашыу милләт көн итә. 60-тан ашыу милли-мәҙәни үҙәк, шул иҫәптән 8 милли-мәҙәни автономия эшләп килә. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Башҡортостан татарҙары конгресы, Рустар Соборы, БР сыуаштары канашы халыҡ мәнфәғәттәрен, бөгөнгө проблемаларҙы хәл итеүҙә әһәмиәтле роль уйнай....

Беҙ – бер бөтөн!
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:00


Марат КӘРИМОВ
Ата-баба киҫәтеүе
Шулай һаҡлай үлемдәнме:
«Айырылғанды айыу ашар,
Бүре ашай бүленгәнде»....

Һунарсылар иғтибарына
Новости // 8-02-2011, 09:58


Һунарсылар иғтибарынаЙыртҡыс хайуандар һанын көйләү һәм януарҙарҙың ҡотороуына ҡаршы көрәш маҡсатында республика биләмәһендә 2011 йылдың мартында бүре һәм төлкө тиреләре йыйыла.
Бүре тиреһе өсөн һунарсылар 5 мең һум премия аласаҡ, төлкө тиреһе 500 һумға баһалана.
Саралар «Экология һәм Башҡортостан Респуб­ли­каһының тәбиғәт ресурстары» республика маҡсатлы программаһын (2004 – 2010 йылдарға һәм 2015 йылға тиклемге осорға) тормошҡа ашырыу сиктәрендә финанслана.
Әле һунарсыларҙан тире ҡабул итеү менән шөғөлләнәсәк ойошманы билдәләүгә конкурс иғлан ителде. Быға ҡағылышлы өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе Баш­ҡортос­тан Республика­һы­ның Тәби­ғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының рәс­ми сайтынан (www.mprrb.ru) алырға мөмкин.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте....

Өфөнөң матур традициялары бар
Новости // 8-02-2011, 09:56


Шуларҙың береһе – яңы йылдың тәүге көнөндә тыуған сабыйҙарҙы барлау. Ошо көндәрҙә бәхетле 21 ғаилә ошондай тантанала ҡатнашты. 1 ғинуарҙа 22 бала – 14 малай һәм 8 ҡыҙ донъяға килгән.
Сабыйҙарҙы һәм уларҙың ата-әсәһен тәбрикләп, баш ҡала мэры Павел Качкаев һуңғы дүрт йылда ҡалала тыуым үлем һанынан күберәк булыуын билдәләне. 2010 йылда 14737 ата-әсә үҙ сабыйына ғүмер бүләк иткән, был күрһәткес 2009 йылдағынан 1118-гә күберәк.
Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: йыл һайын Өфөлә берәр өс игеҙәк тыуып тора. Бындай ғаиләләргә баш ҡала мэрияһы фатир бүләк итә. 2002 йылдан бирле шундай 15 ғаилә өй туйлаған. Быйыл бындай бәхеткә Матвей, Ярослав һәм Ульянаға ғүмер бүләк иткән Ольга һәм Владимир Буханчуктар лайыҡ булды....

Мәктәптәрҙә – карантин
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 8-02-2011, 09:53


Мәктәптәрҙә – карантинҠыш еттеме, ауырыуҙар ҙа көсәйә башлай. Ниңә һуң бер ҡыш та грипһыҙ, ОРВИ-һыҙ үтмәй ул?! Өҫтәүенә, йылдан-йыл киҙеү ауырыраҡ, ҡурҡынысыраҡ була барған төҫлө. Быйыл да эпидемия кинәт кенә башланды. Баш ҡалала ғына һәр өсөнсө танышымдың балаһы ауырый булып сыҡты.
Һөҙөмтәлә балалар баҡсалары, мәктәптәр карантинға ябыла. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 4 февралгә ҡарата республика буйынса 67 белем биреү учреждениеһы карантинға ябылған. Өфө ҡалаһында – 10, Благовещенда – 6, Иглин һәм Салауат райондарында бишәр белем һәм тәрбиә биреү усағына балалар ваҡытлыса йөрөмәй. Айырым төркөмдәр һәм синыфтар ғына карантинға ябылған учреждениелар ҙа бар. Улар, нигеҙҙә, башланғыс синыфтар һәм балалар баҡсаларындағы төркөмдәр.
Дүшәмбенән иһә Өфө ҡалаһының барлыҡ мәктәптәре лә карантинға ябылған. Барыһын бергә иҫәпләгәндә, 115 меңдән ашыу бала уҡыуҙан һәм балалар баҡсаһына йөрөүҙән кисектерелгән. Уҡыусыларҙың күбеһе ОРВИ менән ауырый. Мәғариф министрлығынан карантинға ябылған учреждениеларға тейешле хаттар ебәрелгән, рекомендациялар бирелгән. Әлегә уҡыу йорттарында карантин бер аҙнаға иғлан ителгән, артабан иһә хәлдең ниндәй яҡҡа үҙгәреүенә ҡарап хәл ителәсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM