«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ҙур спорт тирәләй



23.11.2010 Ҙур спорт тирәләй

«Алтын»ға лайыҡ!
Ҙур спорт тирәләй
49 йәшлек яҡташыбыҙ, билдәле марафонсы Рәмилә Буранғолова АҡШ-та уҙған Филадельфия бәйгеһендә финишҡа икенсе килеп, сираттағы уңышҡа өлгәште. Афарин! Ғөмүмән, Рәмилә үҙ карьераһында ете марафон йүгереүендә еңә.

Биатлонсылар әҙер

Биатлон буйынса донъя кубогы этаптарында ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһы составы билдәле булды.
Унда, билдәле яҡташыбыҙ Максим Чудовтан тыш, Межгорье һылыуы Ольга Вилухинаның да ҡатнашыуы көтөлә. Рәсәй намыҫын шулай уҡ Анна Богалий-Титовец, Анна Булыгина, Ольга Зайцева, Яна Романова, Светлана Слепцова, Екатерина Юрлова, Алексей Волков, Иван Черезов, Евгений Устюгов, Антон Шипулин, Максим Максимов һәм Владимир Семаков яҡлаясаҡ. Тәүге этап Швецияла 1 – 5 декабрҙә буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға