«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфө Риганан көслөрәк



20.11.2010 Өфө Риганан көслөрәк

ҡыҫҡа ғына тәнәфестән һуң «Салауат Юлаев» хоккейсылары сираттағы уйынын «Динамо» /Рига/ командаһы менән уҙғарҙы һәм, көсөргәнешле осрашыуҙа уларҙы 5:4 иҫәбенә отоп, ҡумтаһына өс мәрәй һалып ҡуйҙы. Ғөмүмән, КХЛ беренселеге башланғаны бирле юлаевсылар Балтик буйы уйынсылары менән дүрт уйын уҙғарып, барыһында ла еңеү яулаған. Был юлы ла тәртипте боҙмай, уңыш эпопеяһын дауам иттеләр. Голдарҙы өфөләрҙән Патрик Торесен, Игорь Григоренко, Петр Счастливый һәм, ниһайәт, ике тапҡыр Сергей Зиновьев индер­ҙе.
Башҡа уйындарҙа ошондай иҫәп билдәле булды. «Металлург» /Нк./ – «Динамо» /Мәскәү/ – 2:4, «Амур» – «Витязь» – 1:0, «Аҡ барс» – СКА – 6:5 /буллит буйынса/, «Нефтехимик» – «Спартак» – 1:3, «Автомобилист» – «Северсталь» – 5:4 /өҫтәмә ваҡытта/, «Металлург» /Мг./ – ЦСКА – 5:0, «Трактор» – «Динамо» /Минск/ – 2:3, «Югра» – «Атлант» – 3:1, «Авангард» – «Торпедо» – 5:4 /өҫтәмә ваҡытта/. Кисә кис юлаевсылар «Динамо» /Минск/ командаһын ҡабул итте һәм уларҙы ла 6:5 иҫәбенә отоп, көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға