«Йәшлек» гәзите » Спорт » Таныш булығыҙ: буласаҡ юлаевсылар



21.08.2010 Таныш булығыҙ: буласаҡ юлаевсылар

Роберт НИЛЬССОН, һөжүмсе. Швеция легионеры. 1985 йылдың 10 ғинуарында тыуған. Швецияла «Лександ», «Юргорден» клубтары өсөн сығыш яһай. Һуңғы ваҡытта НХЛ-дың «Нью-Йорк Айлендерс» һәм «Эдмонтон Ойлерс» командалары өсөн уйнай. Һуңғы миҙгелдә «Эдмонтон» өсөн 60 уйын уҙғарып, 27 (10+17) мәрәй туплай. 2008 йылда Швеция йыйылма командаһы составында донъя беренселегендә ҡатнаша. Командала 10 һаны аҫтында сығыш яһаясаҡ.

Таныш булығыҙ:  буласаҡ юлаевсылар
Александр СВИТОВ, һөжүмсе. 1982 йылдың 3 ноябрендә тыуған. Спорт карьераһында Омскиҙан башҡа НХЛ-дың «Тампу», «Коламбус» командаһында уйнап өлгөрә. 2007 йылда Омскиға әйләнеп ҡайта. 2002 йылда йәштәр командаһы составында донъя чемпионы исемен яулай. 2001, 2006 йылдарҙа Рәсәй беренселегенең көмөш миҙал призеры була. «Салауат Юлаев» менән өс йылға контракт төҙөгән. Командала 15 һаны аҫтында сығыш яһаясаҡ.

Таныш булығыҙ:  буласаҡ юлаевсылар
Якуп КЛЕПИШ, һөжүмсе. Чехия легионеры. 1984 йылдың 5 июнендә тыуған. Чехияның «Славия» клубынан һуң НХЛ-дың «Вашингтон» командаһында уйнай. НХЛ-да бары 66 уйын уҙғарып, 14 (4+10) мәрәй туплай. Һуңғы ике миҙгел «Авангард» клубында була. Чехия командаһы составында быйыл донъя чемпионы исемен яулай. «Салауат Юлаев» менән ике йылға контракт төҙөгән. Командала 21 һаны аҫтында сығыш яһаясаҡ.

Шулай уҡ быға тиклем командала уйнаған Мирослав Блатяк өфөләр менән контрактын – ике йылға, Патрик Торесен бер йылға оҙайт­ҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға