«Йәшлек» гәзите » Спорт » ҙур спорт тирәләй



19.07.2013 ҙур спорт тирәләй

Франция йәштәре – донъя чемпионы
ҙур спорт тирәләй
Төркиәлә 20 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында футбол буйынса донъя беренселеге үтте.
Төп приз өсөн Франция йыйылма командаһы менән Уругвай йәштәре осрашты. Төп һәм өҫтәмә ваҡытта еңеүсене асыҡлай алмағас, пенальти серияһында Европа командаһына етеүсе булманы һәм улар чемпион исемен яуланы. Рәсәй үҫмерҙәре уҙған чемпионатта ҡатнашманы. Ғөмүмән, СССР тарҡалғаны бирле ошо йәштәге Рәсәй уйынсылары уңыш ҡаҙанғаны юҡ. Ә бына союз заманында тәүге беренселектә үк, ә ул 1977 йылда үтә, СССР йәштәре донъя титулына эйә була. Киләһе чемпионатта улар финалға сығып, көмөш миҙал менән ҡәнәғәтләнә. 1985 йылда беренселек беҙҙә үтә һәм СССР командаһы дүртенсе урынға сыға. Ә инде 1991 йылда өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелә.
Тарихҡа байҡау яһағанда йәштәр араһында иң күп тапҡыр еңеүсе булып Аргентина футболсылары һанала. Улар алты тапҡыр чемпион исемен яулай. Бразилия кубокты биш тапҡыр эләктерһә, Португалия ике беренселек рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Гана, Испания, СССР, Германия, Югославия һәм Франция уйынсылары берәр тапҡыр еңеүсе була.
Киләһе чемпионат ике йылдан Нигерияла үтәсәк.

Илья Ковальчук Рәсәйгә ҡайтты

Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы һөжүмсеһе, күптән НХЛ-да көн күргән билдәле хоккейсы Илья Ковальчук карьераһындағы киләсәк дүрт йылын Рәсәй менән бәйләмәксе.
Ул, көтмәгәндә «Нью-Джерси»ҙан китергә булып, СКА менән дүрт миҙгелгә килешеү төҙөгән. Илья уҙған миҙгелдә, НХЛ-да локаут булғанда, СКА клубы өсөн уйнап өлгөрә. Океан аръяғына Ковальчук 2001 йылда китә һәм «Атлант» командаһы өсөн туғыҙ миҙгел уйнай. Унан һуң әлеге көнгә тиклем «Нью-Джерси»ҙа сығыш яһай.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Илья НХЛ-дан китергә уйламай һәм Рәсәйҙә уйнап туйғандан һуң ҡабаттан яҙмышын улар менән бәйләмәксе. Был аҙымға финанс яғы ла этәргес булғандыр…

Алексей Ковалев Рәсәйҙән китте…

Заманында билдәле хоккейсы, Рәсәй йыйылма командаһының элекке һөжүмсеһе, НХЛ-да 19 миҙгел үткәреп, Стэнли кубогына эйә булған Алексей Ковалев Швейцария менән килешеү төҙөгән.
Ул Швейцарияның икенсе хоккей дивизионында уйнаясаҡ. Ковалев Рәсәйгә ҡайтып та үҙен һынап ҡарай, әммә элекке оҫталығын күрһәтә алмай, һәм Рәсәй клубтары уға мохтажлыҡ кисермәй башлай. Бына нимә тигән ул КХЛ тураһында:
– Мине Рәсәй хоккейы менән бер нәмә лә бәйләмәй һәм минең теләгем дә юҡ. Беҙҙә хоккей менән белмәгән кешеләр етәкселек итә. Ғаилә мөнәсәбәте лә төп роль уйнай. Әгәр һинең шул өлкәлә туғаның булмаһа, киләсәгең юҡ тигән һүҙ. Уйынсыларҙың һәм дә команданың үҫешенә иғтибар юҡ, беренсе сиратта – бизнес…
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға