«Йәшлек» гәзите » Спорт » Учалы футболсылары – өсөнсө



16.10.2010 Учалы футболсылары – өсөнсө

Учалының футбол буйынса Рәсәй беренселегенең икенсе дивизионында сығыш яһаусы «Горняк» командаһы сираттағы турҙа Ульяновск ҡалаһының «Волга» футболсыларын 2:0 иҫәбе менән отто. Хәҙер Учалы уйынсылары 43 мәрәй менән «Урал-Волга» дивизионында өсөнсө урынды биләй. Беренсе баҫҡыста, 57 мәрәй яулап, Ырымбурҙың «Газовик» командаһы килһә, икенселә – «Төмән» /50 мәрәй/. Ошо уҡ дивизионда уйнаған Өфөнөң «БИС – Динамо» клубы 23 мәрәй менән 11-се урында урынлаш­ҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға