«Йәшлек» гәзите » Спорт » Белорет ҡыҙы – Чикаго марафоны еңеүсеһе



16.10.2010 Белорет ҡыҙы – Чикаго марафоны еңеүсеһе

Белорет ҡыҙы  – Чикаго марафоны еңеүсеһеЯңыраҡ Башҡортостандың Белорет районы һылыуы, билдәле спортсы Лилиә Шобухова (Шәһәбалова) АҡШ-та уҙған Чикаго марафонында ҡатнашып, уның еңеүсеһе булды. Ул ғына ла түгел, яҡташыбыҙ Рәсәй рекордын 22 секундҡа яҡшыртты. Икенсе булып финишҡа Эфиопия йүгереүсеһе килһә, өсөнсө почетлы урынға тағы бер Рәсәй спортсыһы – Мария Коновалова күтәрелде. Ул еңеүсенән ике минут 25 секундҡа артта ҡалды. Эфиопия вәкиле иһә Лилиәнән ике минут та 15 секундҡа ҡалышты. Был инде спортсыбыҙҙың икенсе йыл рәттән уңышы. Шулай уҡ ул быйыл Лондонда уҙған марафонда еңеүсе булғайны.
Лилиә 1977 йылдың 13 ноябрендә Белорет ҡалаһында тыуған. Йүгереү менән инде 19 йыл шөғөлләнә. Ҙур спорт­ҡа өсөнсө синыфта уҡығанда килә. Белореттың 14-се мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы Евгений Сен­ченко еңел атлетика секцияһына уҡыусылар йыя. Лилиәнең бөтөн синыфташтары шунда барып яҙыла. Хәҙер инде ҙур спортта улар синыфташы Га­лина Богомолова менән ике­һе генә ҡала. Галина ла ярайһы ғына уңыштарға өлгәшеп, төрлө беренселектәр еңеүсеһе һәм призеры була. Шулай уҡ ике тапҡыр йәйге Олимпия уйындарында ла ҡатнаша.
Лилиәгә тәүге уңыш 2001 йылда Рәсәй беренселегендә килә. 2004 йылда Европа беренселегенең көмөш миҙал призеры була. 2006 йылда 3000 метр араға йүгереүҙә донъя рекорды ҡуя. Шул уҡ йылда донъя беренселегендә көмөш миҙал яулай.
– Уңышҡа тик, ауырлыҡтарға бирешмәй, сәғәттәр буйына шөғөлләнеү генә килтерә, – ти Лилиә. Ул, аҙнаһына 13 күнекмә уҙғарып, йылына 850 – 900 саҡрым араға йүгерә. Шуға ла йылына ике айҙан ғына күберәк ваҡыты ғаиләһендә уҙа. Тормош иптәше Игорь менән ҡыҙы Аня һәр ваҡыт уны һағынып көтөп ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға