«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ҙур спорт тирәләй



18.09.2010 Ҙур спорт тирәләй

Сираттағы «әтәс»тең кикереге шиңде...
Ҙур спорт тирәләйПрофессиональ бокссы, IBF һәм WBO версияһы буйынса донъя чемпионы, Украина спортсыһы Владимир Кличко үҙенә тиң дәғүәсене һаман да күргәне юҡ. Бар улар, тик әтәсләнеүҙән башҡаға һәләттәре етмәй.
Был юлы Владимирға ҡаршы бәйге алдынан йоҙроҡ төйнәгән, бишенсе раундта уға нокаут вәғәҙә иткән Нигерия бәһлеүәне Сэмуэл Питер сыҡты. Тик үҙе Кличконың йоҙроғонан нокаутҡа ҡоланы. Нишләйһең, бәлки, киләсәктә тағы ла берәй «әтәс» Кличкоға ҡаршы ҡанаттарын кирер...

Сюрприздар булыр әле
КХЛ беренселеге башланып дүрт тур ҙа үтмәне, әле үк ҡайһы бер командалар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеп, киләсәктә күптәрҙең нервыларын ҡаҡшатмаҡсы. Әйтәйек, Новосибирскиҙың Чернышов дивизионында сығыш яһаусы «Себер» хоккейсылары өс уйында рәттән еңеү яулап, дүртенсеһендә генә Минскиҙың «Динамо»һына отолдо. Тимәк, ошо дивизионда уйнаусы беҙҙең «Салауат Юлаев»ҡа ла ул, моғайын, «теш» күрһәтер. «Себер» әлеге мәлдә юҡҡа ғына турнир таблицаһының үренә менмәгәндер. Шулай уҡ «Динамо» /Минск/ уйынсылары ла Новосибирск егеттәре менән бер рәттән юғары урынды бүлешә. Улар иҫәбендә лә – туғыҙ мәрәй.
Ә бына йыл да тотороҡло уйын күрһәткән ЦСКА менән «Спартак» клубтары стартты бик һүлпән башланы. Был уҙған турҙа ла икеһе лә еңелде. ЦСКА Новокузнецкиҙа урындағы «Металлург» уйынсыларына буллит буйынса 3:2 иҫәбенә отол­һа, «Спартак»ты ҡаҙағстанда «Барыҫ» уйынсылары 5:0 иҫәбенә ҡыйратты. Беренселектә иң байҙарҙан һаналған СКА командаһы, ниһайәт, үҙенә тиң булырҙай «Авангард» хоккейсыларын 4:2 иҫәбенә еңеп, көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы.
КХЛ дебютанты – «Югра» клубы «Спартак»ты отоп, тәүге шатлыҡ кисергәндән һуң, был турҙа «Северсталь»гә ҡаршы тора алмай, 0:2 иҫәбенә отолдо. ҡалған уйындар ошондай иҫәпкә тамамланды. «Трактор» – «Металлург» /Мг./ – 3:4, «Амур» – «Динамо» /Рига/ – 3:4 (буллит), «Торпедо» – «Локомотив» – 2:3.
«Салауат Юлаев» командаһы был турҙа ҡатнашманы. Улар кисә «Барыҫ»та ҡунаҡ булһа, иртәгә иһә Омскиға юлланасаҡ.

Голливуд «йондоҙ»ҙарымы ни...

Бына ошондай һығымтаға килгән Андорра футболсылары Рәсәй йыйылма командаһы менән осрашыуҙан һуң.
Андорра йыйылма командаһында берҙән-бер профессиональ уйынсы, капитан Ильдефис Лима:
– Мин уйын алдынан Рәсәй командаһы капитаны Андрей Аршавиндан майкалар менән алмашыуҙы үтенгәйнем. Ғәҙәттәгесә, һәр уйын һайын командалар осрашыуҙан һуң майкалары менән алмаша. Ул, башҡа уйынсы менән алмашырға һөйләштем, тип, һүҙемде йыҡты. Мин аңланым. Ә бына ҡалған уйынсыларығыҙ, үҙҙәрен әллә кем итеп тойоп, иптәштәрем алдында Голливуд «йондоҙ»ҙарын хәтерләтте. Ярай әле тренерығыҙ, быны күреп ҡалып, уларҙың хатаһын төҙәтте.
Икенсе төркөмдәш уйында Ирландия менән уйнаныҡ. Бына улар, исмаһам, егетлек күрһәтте. Командабыҙҙа завод эшселәре генә уйнауына ҡарамаҫтан, ихтирамлы булыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡайны. Һәр береһе ҡулыбыҙҙы ҡыҫып, майкаларын сисеп бирҙе. Ә бит уларҙа ла «йондоҙ»ҙар бихисап...
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, тигәндәй, хәҙер Рәсәй футболының донъя рейтингыһы ла күпкә түбән тәгәрәне. Хәҙер улар, Словакия (16) менән Төркиәне (21) алға сығарып, 16-сы урындан 25-кә төштө.

«Рубин» еңелде, «Спартак» еңде

Футбол буйынса Чемпиондар лигаһының тәүге төркөм уйындары үтте. Рәсәйҙән унда «Рубин» менән «Спартак» командалары ҡатнаша.
Тәүгеһе үҙ төркөмөндә Данияның үҙенән күпкә көсһөҙөрәк «Копенгаген» клубы менән улар яланында уйнаны һәм 0:1 иҫәбенә еңелде. Ә бына «Спартак» Франциянан өс мәрәй алып ҡайтты. Улар урындағы «Марсель» футболсыларын хужалар ярҙамында 1:0 иҫәбенә отоп, ошо уңышҡа өлгәште. Сөнки ҡунаҡтар типкән туп, яңылыш «Марсель» һаҡсыһының аяғына тейеп, ҡапҡаларына ояланы. Француздар күп ваҡыт өҫтөнлөк итһә лә, бәхет «Спартак» яғында булды.
Шулай уҡ Европа лигаһының да тәүге төркөм осрашыуҙары булып уҙҙы. «Зенит» менән ЦСКА командалары уларҙы ситтә үткәреүенә ҡарамаҫтан дәғүәселәрен лайыҡлы рәүештә отоп, стартты уңышлы башлап ебәрҙе. «Зенит», Бельгия чемпионы – «Андерлехт» футболсыларын 3:1 иҫәбенә еңһә, ЦСКА Швейцарияның «Лозанна» клубын 3:0 иҫәбенә ҡыйратты.

«Зенит» – чемпион?

Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең быйылғы чемпионы әле үк билдәле, тиһәк тә, яңылышмаҫбыҙ, моғайын. Сөнки «Зенит», турҙан-турға уңышлы сығыш яһап, чемпионлыҡҡа дәғүә итеүсе командаларҙан алыҫлашҡандан-алыҫлаша бара. Әйтәйек, турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында килеүсе «Рубин» футболсылары унан алты мәрәйгә артта ҡалды. Тағы килеп, улар лидер­ҙан ике уйынға күберәк уйнаған. Шулай уҡ өсөнсө урында барған ЦСКА ла әллә ни тотороҡло сығыш яһамай. Улар уҙған турҙа «Локомотив»ҡа 0:1 иҫәбенә отолоп, хәлен мөшкөләйтте.
ҡалған уйындар ошондай һөҙөмтәгә тамамланды: «Ростов» – «Анжи» – 1:0, «Динамо» – «Терек» – 3:1, «Кр. Советов» – «Спартак-Нальчик» – 2:0, «Рубин» – «Амкар» – 3:0, «Спартак»-«Сатурн» – 2:1, «Зенит» – «Томь» – 2:0, «Сибирь» – «Алания» – 1:2.

Беренселек тамамланыуға 10 тур алдынан турнир таблицаһы

У. М.
1. «Зенит» 18 46
2. «Рубин» 20 40
3. ЦСКА 18 36
4. «Спартак-Нальчик» 20 33
5. «Ростов» 20 32
6. «Спартак» 19 29
7. «Терек» 20 27
8. «Локомотив» 20 26
9. «Динамо» 19 26
10. «Томь» 20 25
11. «Анжи» 20 23
12. «Алания» 20 22
13. «Сатурн» 20 21
14. «Амкар» 20 18
15. «Кр. Советов» 20 16
16. «Сибирь» 20 12







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға