«Йәшлек» гәзите » Спорт » Президент Кубогы кемгә эләгер?



04.09.2010 Президент Кубогы кемгә эләгер?

Өфөлә шайбалы хоккей буйынса Башҡортостан Президенты Кубогын асыу тантанаһы үтте. Унда республика башлығының тәбрикләүе уҡып ишеттерелде.
Рөстәм Хәмитов үҙе лә «Салауат Юлаев»тың турнирҙағы беренсе матчын ҡарарға килде һәм юлаевсыларҙың Ханты-Мансиҙан «Югра» менән алышының дүртенсе минутында уҡ беренсе шайбаның шаһиты булды. Зонаға уҡтай килеп инеүе һәм Михаил Бирюков ҡапҡаһының үрҙәге мөйөшөнә ҡулы ярҙамында ғына шайба ырғытыуы менән Өфөнөң яңы уйынсыһы Якуб Клепиш тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.
Хоккейсының оҫталығына матчты ҡарарға килгән абруйлы ҡунаҡ – Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты, легендар ҡапҡасы Владислав Третьяк та ҡул сапты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға