«Йәшлек» гәзите » Спорт » Олимпия уйындарына путевка яуланылар



11.08.2019 Олимпия уйындарына путевка яуланылар

Рәсәй йыйылма командаһы волейболсылары Японияла сығыш яһаясаҡ

Рәсәй йыйылма ҡатын-ҡыҙ волейбол командаһы киләһе йылда Японияла буласаҡ Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн юллама яуланы.

Улар Калининградта уҙған донъя Олимпия квалификацияһының төркөм турнирында беренсе урын яулап, ошо хоҡуҡҡа эйә булды. Беҙҙең волейболсылар башта Мексика менән Канада командаларын бер үк 3:0 иҫәбенә еңеп, һуңынан хәл иткес уйында Көньяҡ Корея спортсыларын көскә 3:2 иҫәбенә отто. Рәсәй ҡыҙҙары тәүге ике партияны дәғүәсегә биреп, һуңғыһында ла 19:22 иҫәбенә еңелә килеп, осрашыуҙы ҡотҡарып ҡалды. Ә инде һуңынан тағы ике партияла өҫтөнлөк итеп, кәрәкле еңеү яулай.

Беҙҙең команда Рәсәй тарихында 2000 һәм 2004 йылда Олимпия уйындарының көмөш миҙалын яулай. Ә һуңғы тапҡыр юғары уңышҡа 2015 йылда Европа чемпионатында өлгәшә – чемпион була.



Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға