«Йәшлек» гәзите » Спорт » Рәсәй Премьер-лига чемпионаты юлға сыға



12.07.2019 Рәсәй Премьер-лига чемпионаты юлға сыға

Иртәгә футбол буйынса Рәсәй Премьер-лигаһының сираттағы беренселеге старт ала.

Быйыл унда «Тамбов» менән «Сочи» клубтары дебют яһай. Шулай уҡ билдәле «Зенит» (уҙған миҙгел чемпионы), «Локомотив» (икенсе урын), Краснодар (өсөнсө урын), ЦСКА, «Спартак», «Рубин», «Ростов», «Әхмәт», «Ырымбур», «Арсенал», «Динамо», «Крылья Советов», «Урал» һәм «Өфө» командалары сығыш яһарға әҙер. Беренсе булып көс һынашырға «Арсенал» менән «Динамо» футболсылары сығасаҡ. Иртәгәһенә «Спартак» – «Сочи»ҙы, «Ростов» – «Ырымбур»ҙы, «Урал» клубы «Өфө» командаһын ҡабул итәсәк.

Яңыраҡ «Өфө» командаһы етәкселеге, һаҡ линияһын нығытыу йәһәтенән, тағы бер футболсы менән оҙайлы килешеү төҙөнө.

Тургай Мохбалиев милләте менән әзербайжан. Ул һуңғы алты йылын «Спартак» футбол академияһында уҙғара. 19 йәшлек һаҡсы «Спартак»тың үҫмерҙәр командаһында 28 осрашыу уҙғарып, ике тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Рәсәй йәштәр йыйылма команда­һында ла уйнай.

Беҙҙең футболсылар яңыраҡ Австриянан ҡайтты. Унда улар күнекмәләр үткәреп, урындағы клубтар менән бер нисә дуҫтарса осрашыу ҙа уҙғарҙы. Бигерәк тә һуңғыһы уңышлы булды. Өфөләр икенсе бундеслигала сығыш яһаған «Ваккера» уйынсыларын 9:1 иҫәбенә ҡыйратып, үҙенсә тарихи еңеү яуланы.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға