«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Салауат Юлаев» клубы пландары менән уртаҡлашты



23.06.2019 «Салауат Юлаев» клубы пландары менән уртаҡлашты

«Салауат Юлаев» хоккей командаһы киләһе миҙгелгә әҙерлек эштәрен 15 июлдән башлаясаҡ.

Хоккейсылар, медицина тикшереүе үтеп, Финляндияға юлланасаҡ. Унда күнекмә­ләргә тотоноп, шөғөлләнеү барышында «Нефтехимик» менән дуҫтарса осрашыу уҙғарыу ҡаралған. Һуңынан беҙҙең егеттәр Ҡаҙағстанға юлланып, миҙгел алды турнирында ҡатнашасаҡ. Унда «Барыҫ», «Автомобилист», «Аҡ барс» һәм «Нефтехимик» командалары көс һына­шасаҡ. Унан һуң, август урталарында, Өфөлә Силәбенең «Трактор»ы менән ике контроль осрашыу уҙғарасаҡтар. Ай аҙағында «Автомобилист» һәм «Нефтехимик» клубтары менән дә дуҫтарса уйында сәкәләшәсәктәр.

1 cентябрҙә КХЛ-дың сираттағы миҙгеле асыла. «Салауат Юлаев» бәйгене сит боҙҙа башлаясаҡ.

Тулыһынса уйын календары йәй урталарында баҫыласаҡ.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: ХК СЮ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға