«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды



07.06.2019 «Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Республикабыҙ футболсылары Премьер-лигала урынын һаҡлап ҡалыу өсөн үткәрелгән уйында Томскиҙың «Томь» командаһы менән ике тапҡыр осрашты.


Тәүгеһендә «Өфө» клубы үҙ майҙанында дәғүәсене 2:0 иҫәбенә еңеп, икенсеһендә уларға минималь 0:1 иҫәбенә отолдо. Ике уйын һөҙөмтәһе буйынса беҙҙекеләр Премьер-лигала ҡалһа, «Томь» иһә юлын йәнә түбәнге лигала дауам итәсәк.
Шулай уҡ «Крылья Советов» уйынсылары ла урынында ҡалды. Улар ҙа ике осрашыу һөҙөмтәһе буйынса көслөрәк булып сыҡты.
Шулай итеп, киләһе миҙгелдә «Зенит», «Локомотив», «Краснодар», ЦСКА, «Спартак», «Арсенал», «Ырымбур», «Әхмәт», «Ростов», «Урал», «Рубин», «Динамо», «Крылья Советов», «Өфө», «Тамбов» һәм «Сочи» командалары көсөн һынаясаҡ.

* * *
Уҙған бәйгелә «Өфө» командаһы һаҡсыһы Дмитрий Живоглядов (һүрәттә) клуб өсөн һуңғы осрашыуын уҙғарып, киләһе миҙгелдән «Локомотив» командаһында сығыш яһаясаҡ.




Ул беҙҙә 2016 йылдан алып уйнай. Килешеүе 2020 йылға тиклем булһа ла, «Өфө» етәкселеге килемде өҫтөн ҡуйҙы. Сөнки тимер юлсылар уны үҙендә күрер өсөн 2,5 миллион евроһын сығарып һалырға әҙер.
Уҙған миҙгел уртаһында ЦСКА-ға арендаға бирелеп торған һаҡсы Игорь Дивеев та әрме клубында нығынып, улар менән биш йылға килешеү төҙөгән. Ул «Өфө» футбол клубы тәрбиәләнеүсеһе булып һанала.
Ҡапҡасыбыҙ Александр Беленовҡа ла күҙ һалыусылар бар. Әйтәйек, «Арсенал» командаһы етәкселеге уға иғтибарын йүнәлткән, имеш, тигән хәбәр бар.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға