«Йәшлек» гәзите » Спорт » Дацюк Екатеринбургҡа юлланды



06.06.2019 Дацюк Екатеринбургҡа юлланды

Рәсәй йыйылма командаһының билдәле хоккейсыһы Павел Дацюк карьераһын тыуған ҡалаһы – Екатеринбургта дауам итәсәк.

Ул НХЛ-да 15 миҙгел уйнап, «Дэтройт» составында ике тапҡыр Стэнли кубогын яулағайны. Унан һуң СКА клубы өсөн өс йыл сығыш яһап, «Гагарин»лы булды. Хәҙер унан китеп, яҙмышын бер йылға «Автомобилист» менән бәйләне. Унда ул бер миҙгелдә 100 миллион һум эшләйәсәк. Ә бына СКА-ла Дацюк уҙған миҙгелдә 170 миллион һумға байығайны.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға