«Йәшлек» гәзите » Спорт » Бабиковтың маҡсаты башҡа



01.02.2019 Бабиковтың маҡсаты башҡа

Италияла Биатлон буйынса донъя кубогының алтынсы этабы ла артта ҡалды.

Рәсәй йыйылма командаһы был юлы ла призерҙар исемлегенә инмәне. Команда лидеры Александр Логинов дөйөм күрһәткес буйынса икенсе булып килһә лә, һуңғы ике этапта илебеҙ көйәр­мәндәрен ҡыуандыр­маны. Ә инде ҡалғандары үҙ мөм­кинлегенән артығына өлгәшә алманы. IBU кубогы ярышында уңышлы сығыш яһап, төп бәйгелә көстәрен һынағандар ҙа көслөләр рәтендә юғалып ҡалды. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа атыу рубежында күп хаталанды.

Киләһе этапҡа команда тулыһынса тиерлек яңыртылған состав менән барасаҡ. Унда ла билдәле яҡташыбыҙ Антон Бабиковты күрмәйәсәкбеҙ. Сөнки ул, команда етәкселеге әйте­үенсә, Малышко, Елисеев, Цветков, Поршнев, Сучилов, Томшин, Юрлова-Перхт, Старых, Миронова, Павлова, Сливко һәм Гербулова менән айырым әҙерлек үтәсәк. Әлеге ваҡытта Антон дөйөм күрһәт­кесе буйынса IBU кубогында беренсе урында тора.
Киләһе этапта Логинов, Гараничев, Латипов, Поварницын, Корастылев, Шопин, Кайшева, Куклина, Васнецова, Ильченко, Морозова һәм Васильева ҡатнашасаҡ. Беренселеккә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ араһынан һигеҙәр спортсы бара. Ҡал­ғандарын ошо уҙасаҡ этап һөҙөмтәләре буйынса тренер­ҙар һайлап аласаҡ.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға