«Йәшлек» гәзите » Спорт » Рәсәй көслөләр рәтенә сыға алманы



26.11.2018 Рәсәй көслөләр рәтенә сыға алманы

йәки Беҙҙең команда шведтарҙан еңелеп, кимәлен иҫбатланы

Футбол буйынса милләт-ара лиганың финалға сыҡҡан командалары билдәле булды.

Төп уйындарҙа «А» лигаһы төркөм еңеүселәре үҙ-ара еңеүсене билдәләйәсәк. Унда Нидерланд, Швейцария, Ан­глия һәм Пор­тугалия футболсылары уйнарға хоҡуҡ яуланы. Финал осрашыуҙары киләһе йыл Португалияла уҙасаҡ. Ә бына үҙ төркөмдәрендә өсөнсө урын алған Германия, Ис­ландия, Хорватия һәм Польша командалары түбәнге «В» лигаһына төшәсәк.
Рәсәй йыйылма командаһы футболсылары үҙ төркөмөндә швед­тарҙан алты мәрәйгә өҫтөнлөк итеп, һөҙөмтәлә икенсе урында ҡалды һәм юғары «А» лигаһына сыға алманы.
Ә бына Швеция командаһы ысынында мөғжизә ҡылды. Башта төрөктәрҙе уларҙың яланында 1:0 иҫәбенә еңеп, һуңынан хәл иткес бәйгелә беҙҙекеләрҙе лә 2:0 иҫәбенә алдырып, «В» төркөмөндә беренсе урын алды һәм киләһендә көслөләр рәтендә уйнаясаҡ. Дә-ә... Кем уйла­һын… Ә бит барыһы ла Станислав Черчесовтың тәрбиәләнеүселәренән тора ине. Уларға беренсе урын алыр өсөн тигеҙ иҫәпкә уйнау ҙа етә ине. Булмаһа, булмай инде. Ша­шыңҡырап киттеләр, буғай. Әле лә быға иғтибар итмәй, йәнәһе, йыл улар өсөн уңышлы булды тип иҫәпләйҙәр. Донъя беренселегендә яңылыштан сирекфиналға барып етте һәм дә әлеге уҙған турнирҙа уңышлы сығыш яһап, шведтар менән бер үк мәрәй яуланы. Тик шәхси уйында ғына уларға отолоу сәбәпле, тегеләр өҫтөнөрәк булып сыҡты. Кимәл шулай булғас, күңелдәрен йыуаталар инде. Һәр хәлдә, улар күпте юғалтманы.
Ошо бәйге үтеү менән Европа чемпионатына дәғүә итәсәк командалар­ҙың йәрәбә кәрзиндәре билдәле булды. Рәсәй футболсылары икенсе кәрзингә эләгеп, һайлап алыу төркөм осрашыу­ҙарында Германия, Ислан­дия, Босния һәм Герцеговина, Украина, Дания, Швеция, Австрия, Уэльс һәм Чехия командалары менән осрашмаясаҡ. Йәрәбә 2 декабрҙә уҙасаҡ.
Ә инде киләсәктә «А» төркөмөндә сығыш яһауҙы, шведтарҙан тыш, Дания, Украина һәм Босния һәм Герцеговина командалары яуланы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға