«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфөлә ҙур хоккей көтөлә



11.01.2011 Өфөлә ҙур хоккей көтөлә

Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең сираттағы туры бөгөн башлана. «Салауат Юлаев» хоккейсылары дивизиондашы, Омскиҙың «Аван­гард» командаһын ҡабул итә. «Авангард» әлегә, 41 уйындан һуң 83 мәрәй яулап, турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысында килә. Быға тиклем улар үҙ майҙанында чемпионат аутсайдеры – «Металлург» /Нк./ уйынсыларын ҡабул итте һәм, уйын барышында ҡунаҡтарға 0:2 иҫәбенә отола килеп, еңеүҙе көскә тартып алды. Иҫәп улар файҙаһына – 4:3. Ғөмүмән, уҙған турға килгәндә, лидер булып киткән «Аҡ барс» командаһы «Амур»ҙы көскә 3:2 иҫәбенә отто. Икенсе баҫҡыста килеүсе «Локомо­тив» үҙ майҙанында буллит серия­һында «Динамо» /Минск/ хоккейсыларына еңелде. Плей-офф зонаһының ситендә эләгеп барған «Неф­техимик», «Трактор» уйынсыларына 6:5 иҫәбенә отолоп, хәлен йәнә мөшкөлләйтте. Шуға ҡарамаҫтан, улар әлегә бирешергә уйламай. Ә бына Риганың «Динамо»һына уйланырға ваҡыт. Улар, «Атлант»ҡа 4:3 иҫәбенә енелгәс, хәҙер 54 мәрәй менән 16-сы урында. Үксәләренә баҫып килгән «Торпедо» командаһы ЦСКА-ны 4:2 иҫәбенә отҡас, 53 мәрәй яулап, улар эргәһенә яҡынлашты. Бүтән командаларҙың хәлен бөгөнгө көнгә ҡарата турнир таблицаһынан ҡарап белерһегеҙ.
У. М.

1. «Аҡ барс» 42 86
2. «Локомотив» 41 84
3. «Авангард» 41 83
4. «Динамо» /Мәскәү/ 41 75
5. «Металлург» /Мг./ 41 81
6. «Салауат Юлаев» 41 78
7. «Себер» 42 75
8. «Северсталь» 41 65
9. СКА 39 65
10. «Югра» 40 65
11. «Атлант» 40 64
12. «Динамо» /Минск/ 43 62
13. «Спартак» 41 58
14. «Барыҫ» 42 58
15. «Нефтехимик» 41 57
16. «Динамо» /Рига/ 41 54
17. «Торпедо» 40 53
18. ЦСКА 41 47
19. «Трактор» 42 47
20. «Амур» 41 42
21. «Автомобилист» 39 41
22. «Витязь» 40 37
23. «Металлург» /Нк./ 42 36

Ғөмүмән, «Салауат Юлаев» командаһы, «Авангард»тан тыш, үҙ майҙанында тағы рәттән дүрт осрашыу уҙғарасаҡ. Беҙгә ҡунаҡҡа «Локомотив», «Атлант», «Торпедо» һәм «Себер» хоккейсылары киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға