«Йәшлек» гәзите » Спорт » Иң етеҙ саңғысылар ҡайҙа? Учалыла һәм Ҡалтасыла!



22.03.2018 Иң етеҙ саңғысылар ҡайҙа? Учалыла һәм Ҡалтасыла!

Иң етеҙ саңғысылар ҡайҙа?  Учалыла һәм Ҡалтасыла!
Йәш саңғысылар араһында «Йәншишмә» гәзите призына быйылғы республика ярышы Күмертауҙа үтте. Унда барлығы 24 команда, йәғни 140 уҡыусы ҡатнашты.
Шәхси беренселектә 2006 – 2007 йылғылар араһында өс километр араға малайҙарҙан Лёня Колбин (Ҡалтасы), ике километр араға ҡыҙҙарҙан Наташа Ковнир (Күмертау) еңһә, ә 2004 – 2005 йылғылар араһында өс километр араға Ғаян Кәримов менән Саша Новикова (икеһе лә – Учалынан) иң етеҙе булды. Ҡатнаш эстафетала учалылар беренсе урын алды.
Командалар араһында дөйөм һөҙөмтә буйынса кесе йәш төркөмөндә ҡалтасылар «иң-иң»е булһа, ә оло йәш төркөмөндә учалылар – чемпион!
Күмертауҙа «Йәншишмә» гәзите призына уҙған саңғы ярыштары еңеүселәрен бүләкләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловҡа, «РИА-Медоптик» офтальмология үҙәге директоры Рәшит Искәндәровҡа һәм «Башбланкиздат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Әлибаеваға ҙур рәхмәт !


М. КӨЙӘРМӘНОВ.
И. ҒӘЙНУЛОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға