«Йәшлек» гәзите » Спорт » Иң шәп хоккейсылар – Әлшәйҙән!



27.02.2018 Иң шәп хоккейсылар – Әлшәйҙән!

Иң шәп хоккейсылар – Әлшәйҙән!
Туймазы ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Ауыл спорт уйындарының шайбалы хоккей буйынса финалы үтте.
Бындай сара төбәктә ун алтынсы тапҡыр ойошторола. Еңеүсе титулына Әбйәлил, Әлшәй, Балтас, Ды­уан, Ҡариҙел, Ҡыр­мыҫ­ҡалы, Өфө һәм Саҡмағош райондарынан һигеҙ команда көс һынашты.
Бәйге бик ҡыҙыу барҙы, был тәбиғи – һәр кем еңеүсе булырға теләй. Тәүҙә, йәрәбә буйынса ике төркөмгә бүленеп, егеттәр сәкәндәрен сәкәләштерҙе. Мәрәйҙәр һанына ҡарап командалар финалға сыҡты. Шулай итеп, Әлшәй егеттәре – беренсе, әбйәлилдәр – икенсе, саҡмағоштар өсөнсө урын алды. Еңеүсе – «Дим» командаһы Сочи ҡалаһында уҙасаҡ Бөтә Рәсәй ярыштарына юлланасаҡ.
Командалар үҙҙәренә ярҙам күрһәткән район хакимиәттәренә, уларҙың спорт комитеттарына, ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға оло рәхмәтен еткерә.

Л. ҺИҘИӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға