«Йәшлек» гәзите » Спорт » Поезд үтеп китеп бара, буғай...



26.12.2017 Поезд үтеп китеп бара, буғай...

Поезд үтеп китеп бара, буғай...
«Салауат Юлаев» командаһы инде батып барған еренән ҡалҡып сыҡтымы тиһәк, юҡ инде, ҡабаттан төшә башланы.
Шул уҡ хәл… Алға китеш бөтөнләй тойолмай. Составта булған бер легионер звеноға ғына өмөт итеп, киләсәккә ышаныс юҡ. Улар һөҙөмтәгә өлгәшмәһә, ҡалғандар бер ни ҡыла алмай. Команданы көсәйтеү йәһәтенән алынған ни Бурдасов, ни башҡалар уйын ваҡытын ғына уҙғарып, бушты-бушҡа ауҙара һымаҡ. Төп ҡапҡасыға әйләнгән Канада һаҡсыһы Скривенс та, бер ҡараһаң, оҫта тора, бер ҡараһаң, урам малайын хәтерләтә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бындай команда менән плей-оффта уйнамау хәйерлерәк. Тик бына меңәрләгән көйәрмәнде нисек итеп йыуатырға?.. Улар бит, команда тип, океан аръяғына ла барырға әҙер. Әллә, команда етәкселеге нимә уйлайҙыр, ә поезд уҙып китеп бара, буғай.
Әлегә улар ситтәге буласаҡ ун осрашыуҙың икеһен «ике»гә уҙғарҙы. Тағы бер-ике еңелеү һәм «хуш, ауылым» буласаҡ… Бөгөнгә «Салауат Юлаев» хоккейсылары иҫәбендә – 61 мәрәй һәм һигеҙенсе урын. Уларҙан аҫта килгән «Себер» менән «Амур»ға өфөләрҙе үтеп китер өсөн бары дүрт мәрәй кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға