RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

30.05.2014 ҙур спорт тирәләй

Маҡсатына ирешеүен-иреште лә ул…
ҙур спорт тирәләй
«Өфө» футболсылары киләһе миҙгелде үҙ тарихында тәүгә Рәсәй беренселегенең Премьер-лигаһында башлаясаҡ.
Бынан биш йыл элек кенә республикабыҙҙың баш ҡалаһында тергеҙелеп, «Өфө» клубы үҙенә Премьер-лигаға сығыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Һәм бына быйылғы миҙгелдә юғары лигала дүртенсе урынға сығып, элиталы дивизионға сығыу мөмкинлеген яуланы. Тик бының өсөн Премьер-лиганың бер клубы менән ике уйын үткәреү талап ителде. Шуның дөйөм ыңғай һөҙөмтәһе юғары баҫҡысҡа юл асырға тейеш ине. «Өфө»ләр тәүҙә «Томь» футболсыларын 5:1 иҫәбенә еңһә, икенсеһендә уларға 1:3 иҫәбенә отолдо. Өйҙәге ҙур иҫәпкә еңеү уларҙы Премьер-лигаға «Зенит», ЦСКА, «Спартак», «Локомотив» кеүек Рәсәй футбол грандтары эргәһенә көс һынашырға сығарҙы. Беҙҙекеләр маҡсатҡа ирешеүен-иреште, тик унда типә-тиң уйнау, ай-һай, ауыр буласаҡ. Икенсенән, тулыһынса стандартлаштырылған футбол майҙаны, күп аҡса һәм «йондоҙ» футболсылар ҙа кәрәк.
Әлеге ваҡытта «Нефтяник» стадионын реконструкциялау буйынса эштәр ҙур тиҙлек менән бара. Майҙан тулыһынса Рәсәй Премьер-лига стандарттарына яраҡлаштырыласаҡ. Көйәрмәндәр өсөн – 16 мең, машиналарҙы ҡуйыуға меңгә яҡын урын буласаҡ. Стадиондың исеме лә үҙгәртеләсәк. Йә «Өфө – Стадиум», йә «Башҡортостан – Арена» тип аталасаҡ.

Яромир Ягр Чехия өсөн уйнамаясаҡ

Чемпионатта дүртенсе урын алған Чехия йыйылма командаһының данлыҡлы һөжүмсеһе Яромир Ягр халыҡ-ара турнирҙарҙа башҡаса уйнамаясағы хаҡында белдерҙе.
Шулай ҙа 42 йәшлек хоккейсы яратҡан шөғөлөнән баш тартырға уйламай. Клуб кимәлендә уйнап, әлеге ваҡытта НХЛ-дың «Нью-Джерси» командаһында сығыш яһай.

Евгений Скачков Өфөгә килә

ЦСКА хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе, уҙған миҙгелдә Түбәнге Новгородтың «Торпедо» командаһы өсөн сығыш яһаған һөжүмсе Евгений Скачков юлаевсылар менән килешеү төҙөнө.
30 йәшлек хоккейсы спорт карьераһын юғары лигала, «Дизелист» клубында башлай. һуңынан өс миҙгел «Трактор» составында көн күрә. Бер мәл хатта НХЛ-дың «Сент-Луис» командаһы менән дә контракт төҙөй, тик нишләптер унда бармай, шул уҡ йылда «Аҡ барс»ҡа юллана. Унда ла өс йыл уйнай.

Данияр Билалетдинов 2 миллион евро тора

Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһының билдәле уйынсыһы, «Спартак» менән килешеү төҙөп, «Анжи» клубында арендала булған Данияр Билалетдиновтың киләсәктә Англия беренселегендә ҡатнашыуы ихтимал.
Футболсының агенты әйтеүенсә, уға Европаның күп кенә клубтары ҡыҙыҡһыныу белдерә. Килешеү була ҡалһа, «Спартак» уны 2 миллион евроға ебәрергә әҙер.

Юрий Семин премьер-лигаға ҡайтты

Рәсәйҙең билдәле тренеры, заманында «Локомотив» футболсыларын ике тапҡыр Рәсәй беренселеге чемпионы иткән Юрий Семин ҡабаттан Премьер-лигаға ҡайтты.
Ул быйылғы миҙгелдә элитаға путевка яулаған Мордовия клубын етәкләйәсәк. 67 йәшлек белгес быға тиклем Әзербайжан чемпионатында ҡатнашҡан «Габола» командаһында эшләй. Уларҙы уҙған миҙгелдә бронза миҙал призеры итә. Иленең кубогын яулай.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына