RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

02.05.2014 ҙур спорт тирәләй

Кличколарға ҡаршы тороусылар юҡ
ҙур спорт тирәләй
Профессиональ бокссылар араһында өс версия буйынса донъя чемпионы, билдәле Украина спортсыһы Влади­мир Кличко WBO версияһының билбауына дәғүә иткән Австралия ауыр атлеты Алекс Леапаи менән осрашты.
Ярыштың тәүге раундында уҡ Кличконың дәғүәсеһе рингта ҡолай. Һуңынан бишенсе раундҡа тиклем ҡаршылашып маташҡандан һуң, Австралия бокссыһы Владимирҙың һөжүменә ҡаршы тора алмай, нокдаунға китә. Шулай итеп, украин егете сираттағы дәғүәсеһен еңелергә мәжбүр итә.
Владимирҙың туғаны Виталий әйтеүенсә, әлегә донъяла уның ағаһын еңерҙәй спортсы юҡ.

Шарапова «Порше» автомобилдәрен йыя…

Германияның Штутгарт ҡалаһында теннис буйынса ҙур турнир үтте.
Рәсәйҙең билдәле спортсыһы Мария Шарапова, финалда Сербия тенниссыһы Ана Ивановичты өс партияла еңеп, бәйгенең еңеүсеһе булып танылды. Турнирҙың регламенты буйынса еңеүсегә йыл да бүләккә бирелгән «Порше» автомобиленә лә лайыҡ булды. Ғөмүмән, Шарапова, өс йыл рәттән ошо турнирҙың еңеүсеһе булараҡ, бындай маркалы өс машинаға эйә.
Ханты-Манси Автономиялы Округының бәләкәй генә Нягань ҡалаһында тыуып үҫкән, донъяла иң бай спортсы булып һаналған 27 йәшлек Мария Шарапова өсөн был бүләк сираттағы аяҡ кейемен алмаштырыуға ғына тиңдер инде.

«Динамо» менән «Спартак»миҙалһыҙ ҡалды

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига командаларының 27-се турында Мәскәүҙең «Динамо»һы «Терек» уйынсыларына 0:1 иҫәбенә еңелеп, миҙал­ға булған өмөтөн юғалтты.
Хәҙер улар 46 мәрәй менән юғарыла килгән лидерҙарҙан туғыҙ мәрәйгә ҡалыша. Шулай уҡ «Спартак» та үҙендә «Кубань» командаһына 0:2 иҫәбенә еңелеп, өмөтөн аҡламаны. Лидерҙар тигәндән, уларҙың барыһы ла дәғүәселәрен еңеп, позицияларын йәнә нығыта төштө. Беренсе урында килеүсе «Зенит» футболсылары «Волга»ны 2:0 иҫәбенә отһа, «Локомотив» клубы «Краснодар»ҙы – 3:1, ЦСКА «Рубин» командаһын 2:1 иҫәбенә еңде. «Зенит»тың иҫәбендә 59 мәрәй булһа, «Локомотив» бер генә мәрәйгә ҡалыша. Өсөнсөлә – ЦСКА (55 мәрәй).

Украина чемпиондары Рәсәйгә килмәксе

Биатлон буйынса Украина йыйылма командаһының Сочи Олимпия уйындары чемпиондары, апалы-һеңлеле Валентина менән Вита Семеренко һәм Юлия Джиманың киләсәктә Рәсәй өсөн сығыш яһауҙары мөмкин.
Әлегә спортсылар Рәсәй региондарының береһе менән алдан һөйләшеүҙәр үткәргән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, улар һаман үҙ Федерацияһынан чемпиондар өсөн тәғәйен аҡсалата премияларын алмаған.

«Сарыарка» братинаны алды

Ҡарағанданың «Сарыарка» командаһы Братина кубогы өсөн финалда Төмәндең «Рубин» хоккейсыларын дөйөм 4:2 иҫәбенә еңеп, төп призды яуланы.
Улар икенсе йыл рәттән төп бәйгегә сығып, ниһайәт, уңышҡа өлгәште. Уҙған миҙгелдә Нефтекаманың «Торос»ы ҡаҙаҡтарҙы еңеп, чемпион булғайны.

«Спартак» кубоклы булды

Йәштәр лигаһы Харламов кубогының еңеүсеһе билдәле булды.
Мәскәүҙең «Спартак» хоккейсылары финалда «Красная Армия» үҫмерҙәрен еңеп, икенсе мөмкинлектән маҡсатына иреште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына