RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Саңғы спортынан Рәсәй Геройына тиклем

07.02.2014 Саңғы спортынан Рәсәй Геройына тиклем

Саңғы спортынан Рәсәй Геройына тиклем йәки Cаңғы спортынан ҡатын-ҡыҙ араһында берҙән-бер алты тапҡыр Олимпия чемпионы Любовь Егорова исеменә саҡ тап төшөрмәй ҡала
Лиллехаммер, Норвегия, 1994 йыл. Рәсәй, айырым үҙ аллы ил булараҡ Ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүгә ҡатнашып, спорт тарихының яңы битен асты. Илебеҙ спортсылары бар спорт төрҙәрендә лә ярышып, 2 алтын, 8 көмөш һәм 4 бронза миҙал яулап, команда алдынғылығын бирмәй. Биатлондан Сергей Чепиков, Сергей Тарасов, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эстафета командаһы, конькиҙа йүгереүҙән Александр Голубев, Светлана Бажанова, конькиҙа фигуралы шыуыуҙан Алексей Урманов, парлы шыуыуҙан Екатерина Гордеева менән Сергей Гриньков, бейеүҙән Оксана Грищук менән Евгений Илатов, саңғы спортынан ҡатын-ҡыҙҙарҙың эстафета командаһы һәм данлыҡлы Любовь Егорова, бер үҙенә өс алтын миҙал яулап, Олимпия чемпионы булып танылды. Ғөмүмән, Егорова, ике Олимпия уйынында рәттән өсәр тапҡыр чемпион булып, ил алдындағы бөйөк уңыштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен алды.
Тағы килеп Норвегияла ҡатнашҡан илдәрҙең һаны күпкә артып, 67-гә барып етте. Союз тарҡалғандан һуң Грузия, Беларусь, Украина, Ҡырғыҙстан, Молдавия һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре үҙ иленең намыҫын яҡланы. Шулай уҡ Чехословакия, Чехия һәм Словакияға бүленеп, үҙ спортсыларын ярышҡа ебәрҙе.
Бөгөнгө геройыбыҙ – Любовь Егорова.
1991 йыл. Саңғы спортында берәүгә лә ал бирмәгән билдәле Елена Вяльбеның, бар ярыштарҙа ла еңеүсе булып, уңыш ҡаҙанған сағы. Сираттағы донъя беренселегендә 15 саҡрым араға йәнә үҙенә тиң булмаған дәғүәселәрен еңгән Вяльбены күккә сөйәләр. Любовь Егорова унан ике минут ярымға ҡалыша. Икенсе дистанция- ла, 30 саҡрым араға уҙышыуҙа ла еңеүҙе алдан Вяльбеға бирәләр. Бәйге мәлендә шулай һымаҡ тойолһа ла, был юлы Егорова командалаш төп дәғүәсеһен бер секундҡа булһа ла ҡалдырып, еңеүсе була. Шунан һуң данлы юлы башлана ла инде уның.
Любовь Егорова 1966 йылдың 5 майында Томск-7 хәрби ҡаласығында тыуа. Бәләкәйҙән тыныс холоҡло, тиңдәштәре менән әллә ни аралашып бармаған ҡыҙ булып үҫә. Шуғалырмы, саңғы спортын үҙ итеп, күнекмәләрҙән ҡайтып инмәй. Тренерҙары ла быға иғтибар итеп, Любаның тырыш булыуын күҙ уңында тотоп, киләсәккә өмөт бағлай. Любовь Егорова 1986 йыл­да СССР йыйылма командаһына алына. Күп тә үтмәй, ғаилә ҡороп, иптәше менән Ленинградҡа күсеп китә. 20 йәшендә үк йыйылма командаға алынһа ла, ҙур уңышҡа, үрҙә яҙылғанса, тик биш йылдан һуң ғына өлгәшә. Донъя чемпионы үҙендә ышаныс тойоп, Олимпия уйындары хаҡында уйлана башлай. Әлбиттә, быға тиклем атаҡлы саңғысылар Стефания Бельмондо, Труде Дюбендаль, Вида Венцене, Марья-Линса Кирвесниеме кеүек "йондоҙ"ҙар менән ярышыуы уға бик сетерекле мәсьәлә булып тойола. һәм тәүге Олим­пиадаһында Любовь Егорова данлыҡлы дәғүәселәрен үтеп китеп, Олимпия бейеклеген яулай. Икенсе дистанцияла ла уға етеүсе булмай һәм Любовь икенсе "алтын"ын муйынына таға. Ә инде командалаш иптәштәре менән эстафета бәйгеһендә йәнә юғары баҫҡысҡа күтәрелеп, өс тапҡыр Олимпия чемпионы була. Киләһе уйындарға тиклем Любовь Егорова донъя кубогы һәм донъя чемпионатында триумфаторға әйләнә. Уны бар ерҙә лә телгә алып, "саңғы королеваһы" ҡушаматын тағалар. Лиллеха­ммерҙа буласаҡ Олимпия уйындарында төп еңеүсе булырына шикләнмәйҙәр. Ышаныс белдерәләр. Әммә тәүге шәхси беренселектә Италия спортсыһы Егорова менән бергә барлыҡ дәғүәселәрҙе артта ҡалдырып, уйындарҙа көсөргәнешлек тыуҙыра. Киләһе биш саҡрым араға йүгереүҙә лә Италия чемпионы һәйбәт ваҡытҡа өлгәшеп, икенсе "алтын"ға өмөт итә. Юҡ шул. Стартҡа иң аҙаҡтан сыҡҡан беҙҙең геройыбыҙ, Италия һылыуын 20 секундҡа артта ҡалдырып, сираттағы еңеүенә өлгәшә. 10 саҡрым арауыҡта еңеүсене асыҡларға сират етә. Бында ла еңеүсене икеһе араһында асыҡларға тура килә. Дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы алдан уҡ юғары тиҙлек күрһәтеп, дәғүәселәрен күпкә артта ҡалдыра. Тик Италия спортсыһы Мануэла Ди Чента ғына көрәшә, әммә беҙҙең спортсының күрһәткесен үтә алмай. Һәм Любовь Егорова бишенсе алтын миҙалын яулай. Ә инде алтынсы тапҡыр Олимпия чемпионы булып, эстафета командаһы менән таныла. Уйындарҙан һуң уны тыуған илендә ысын мәғәнәһендә Герой тип ҡабул итәләр. Рәсәй Президенты Указы менән Рәсәй Геройы исеме уға рәсми рәүештә бирелә. Санкт-Петербург мэры өр-яңы фатир асҡысы менән бүләкләй. Күп тә үтмәй, данлыҡлы спортсы бала табып, бәхетле әсәгә әйләнә. Бер аҙға саңғыһын оноторға тура килә. Ваҡыт үтеү менән ул йәнә яратҡан шөғөлөнә ҡайта. Ауырлыҡтар аша донъя беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын ала. Ярыша һәм биш саҡрым дистанцияла еңеүсе лә була, тик уны тыйылған препараттар ҡулланыуҙа ғәйепләп, һөҙөмтәһен юҡҡа сығаралар. Ғәйепленең исеме бер нисә көндә бөтә илгә тарала. Хатта командалаш иптәштәре аптырап, уға ышаныс юғалта. Төрлөһө төрлөсә хәбәр тарата. Йәнәһе, ул тыйыл­ған препаратты белә күрә ҡуллан­ған. Берәүҙәр элекке юғары позицияһын ҡайтарырға тырышыуҙы төп сәбәп тип ҡарай. Дөрөҫөн тик үҙе генә белә. Ул үҙенең ғәйебен таный һәм уның тыйылғаны хаҡында белмәнем тип бара. Команда етәкселеге уны яҡламай, беренселектән ҡайтыуын үтенә. Күптәр Егорованың был ҡылығын аңлай алмай, уны ғәйепле һанай һәм командаға тап төшөрөүенә борсола.
Шул йылда уҡ чемпионыбыҙ ҙур спортҡа нөктә ҡуйырға мәжбүр була. Тренерлыҡ эшенә лә бармай. Үҙе әйтмешләй: "Бөтә бөйөк спортсылар ҙа тренер була алмай, сөнки ул эшкә лә талант кәрәк".

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына