RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бобтарын өр-яңы «Мерседес» автомобиленән дә өҫТөн күргәндәр

24.01.2014 Бобтарын өр-яңы «Мерседес» автомобиленән дә өҫТөн күргәндәр

Бобтарын өр-яңы «Мерседес» автомобиленән дә өҫТөн күргәндәрйәки Бобслейҙан СССР һәм Рәсәй тарихында берҙән-бер Олимпия чемпиондары Янис Кипурс менән Владимир Козлов бобтарын һәр ваҡыт йәшереп йөрөткән
ХV Ҡышҡы Олимпия уйындары был юлы ла СССР һәм элекке ГДР спортсылары араһында сәмсел уҙҙы. 1988 йылда Канаданың Калгари ҡалаһында үткән ярыштарҙа Союз вәкилдәре, 11 алтын, 9 көмөш һәм 9 бронза миҙал яулап, команда беренселегендә алдынғылыҡты бирмәне. Конькиҙа парлы шыуыуҙа Екатерина Гордеева менән Сергей Гриньков, бейеүҙә – Наталья Бестемьянова менән Андрей Букин, саңғыла шыуыуҙа ике тапҡыр Тамара Тихонова, Вида Венцене, Алексей Прокуроров һәм Михаил Девятьяров, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар эстафетаһы командаһы, алтынсы тапҡыр рәттән биатлон буйынса СССР йыйылма эстафета командаһы, бобслейҙан Союз тарихында башлап Янис Кипурс менән Владимир Козлов ике урынлы бобта һәм конькиҙа йүгереүҙән Николай Гуляев Олимпия чемпиондары булып танылды. Калгариҙа өсәр тапҡыр юғары подиумға Голландияның конькиҙа йүгереүсеһе Ивона Ванн Генипп һәм Финляндияның трамплиндан һикереүсеһе Матти Нюкянен күтәрелде. Был юлы бобслей спорты буйынса башлап чемпион булған Янис Кипурс менән Владимир Козлов хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт еткермәксебеҙ.
Совет экипажы ағзаһы Янис Кипурс 1958 йылдың 3 ғинуарында Латвияның Курменесе биҫтәһендә тыуһа, Владимир Козлов иһә 1958 йылдың 7 мартында Украинаның Дмитров ҡалаһында донъяға килгән. Икеһе лә бобслейға еңел атлетиканан күсә. Янис, дискыны алыҫлыҡҡа ырғытыу менән бер рәттән, ядроны этәреү менән дә шөғөлләнһә, Владимир Козлов үҙен йүгереүҙә һынай. Улар икеһе ике төрлө холоҡло була. Тәүгеһе – шуҡ, күнекмәләр ваҡытында төндә ҡасып, балыҡ ҡармаҡларға яратһа, икенсеһе орган музыкаһын төнө буйы тыңлап сығырға әүәҫләнә. Тик ярыш мәлендә улар бер-береһен ныҡ яҡшы аңлаған. Шуға ла Калгариҙа уҙған Олимпия уйындарында, дәғүәселәрҙең ҡайһы бер ризаһыҙлыҡтарына ҡарамай, улар үҙ тырышлығы менән юғары подиумға күтәрелә. Сөнки ярыш мәлендә совет экипажы шыуып төшкәндән һуң ҡапыл ел сығып, шыуыу трассаһында ваҡ ҡына таштар барлыҡҡа килә. Ә ул юғары тиҙлек күрһәтеү өсөн ныҡ ҡамасаулай һәм дәғүәселәр совет спортсыларының быға тиклем булған күрһәткесен юҡҡа сығарып, улар кеүек шул уҡ трассанан ярышыуын һорай. Судьялар уларҙың фекерен яҡлағас, беҙҙең экипаж ҡабаттан ярышырға мәжбүр була. Шуға ҡарамаҫтан, Янис менән Владимир, йәнә юғары тиҙлек күрһәтеп, үҙҙәренең дәғүәселәре алдында еңелмәҫлеген иҫбатлап, еңеп сыға. Бына нимә тип хәтерләй был хаҡта әлегә тиклем Рәсәйҙең берҙән-бер чемпионы Владимир Козлов:
– Беҙ баштан уҡ старт ваҡытында этәреп китеүгә ҙур иғтибар биреп, төп дәғүәселәребеҙҙән секундтың ундан бер өлөшөнә өҫтөнлөк итә инек (до одной десятой секунды). Бобслейҙа ул – бик ҙур айырма. Икенсенән, Рига заводында бик үҙенсәлекле, донъяла тиңе булмаған боб (бобслейҙың ултырып шыуа торған санаһы шулай тип атала) эшләйҙәр – бобты йүгереп барып этәреүсе ултырып түгел, ә ятып бара. Шуның өсөн тиҙлек тә шәберәк була. Ул бик ҙур өҫтөнлөк бирә. Дәғүәселәр беҙҙең бобты бер күреү өсөн күп ваҡыт «һунар» итте, әммә һәр ваҡыт уны тәғәйен япма менән ябып тоттоҡ. Ярыш мәлендә генә санабыҙҙы асабыҙ ҙа, ярыш тамамланғас, йәнә ҡаплап ҡуябыҙ. Эске өлөшөн бөтөнләй бер кемгә лә күрһәтмәнек.
Бер ҡыҙыҡ хәл була. Бер мәл Швейцария спортсыһы латыштарҙың экипажына килә лә, һатыулашып, бобтарын яңы «Мерседес» автомобиленә алмаштырыуҙарын үтенә. Боб тигәндән, тағы уның айырым алынып ҡуйыла торған конькийы, икенсе төрлө әйткәндә, лезвиеһы була. Уны һәр ваҡыт ныҡлап үткерләп, ҡарап торғандар. Ана шул лезвие совет экипажына ҙур өҫтөнлөк бирә. Уны һәр ваҡыт Козлов үҙе менән һаҡлап йөрөткән. Сөнки бер дәғүәсе шым ғына килеп, уны ла тимер менән арҡыры сыйып киткән.
Ошо ҙур еңеүҙән һуң совет спортсыларына аҡсалата ҙур ғына премия бирә башлағандар. Калгари чемпиондары ҡулдарына 6,5 мең доллар һәм 18 мең һум аҡса ла алған.

Н. ТИМЕРОВ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына