RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өс уйында – өс мәрәй

26.10.2010 Өс уйында – өс мәрәй

Уҙған шәмбе һанында беҙ «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығындағы йомала булған осрашыуҙы, шәмбелә үтә, тип яңылыш яҙып үткәйнек. Уйын шәмбелә үтһә, бәлки, һәйбәтерәк тә булыр ине. Сөнки, белеүегеҙсә, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре йәнә ҡоро иҫәпкә отол­до. Нишләптер һуңғы арала юлаевсылар тотороҡһоҙ уйын күрһәтә башланы. ҡапҡасылар ярай инде, ә бына һөжүмселәребеҙгә нимә булды икән?.. Алдынғы уйынсылар һөҙөмтәгә ирешә алмай икән, һуңғылары, исмаһам, ошо мөмкинлекте файҙаланһын ине лә, юҡ шул, килеп сыҡмай. Һүҙ, әлбиттә, миҙгел башланғаны бирле бер ҙә уңышҡа ирешә алмаған яҡташыбыҙ Игорь Волков хаҡында. Тырышмай түгел, тырыша, әммә һөҙөмтә юҡ. Шул уҡ Андрей Таратухин менән Олег Сапрыкин да үҙ уйынын тапмай ыҙалана. Хәҙер бына беҙгә ҡунаҡҡа тотороҡло «Северсталь», «Спартак» һәм «йондоҙло» СКА командалары киләсәк. Һуңғыһы менән алыштылар инде. ҡарарбыҙ, нисек итеп уңышһыҙ сәфәрҙән һуң көйәрмәндәре алдында хаталарын төҙәтерҙәр…
Ә әлегә «Салауат Юлаев» командаһы, 17 уйындан һуң 31 мәрәй туплап, турнир таблицаһының 11-се баҫҡысына барып төштө. Юғарыла иһә – «Металлург» /Мг/ /40 мәрәй/. Икенсе-өсөнсө урындарҙы 36-шар мәрәй менән «Авангард» менән «Динамо» /Мәскәү/ хоккейсылары бүлешә.
ҡапҡасылар тигәндән, беҙҙең ярһыуҙы клуб етәкселеге ишетте, ахырыһы. Ошо арала, моғайын, юлаевсылар составын Швеция ҡапҡа һаҡсыһы, 28 йәшлек Эрик Эрсберг тулыландырыр. Ул быға тиклем, НХЛ-дың «Лос-Анджелес»ынан китеп, фарм-клубта сығыш яһаған була.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына