RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дәғүәсене һайламай, тиһәләр ҙә…

29.01.2013 Дәғүәсене һайламай, тиһәләр ҙә…

Дәғүәсене һайламай, тиһәләр ҙә…
Владимир ЮРЗИНОВ, «Са­лауат Юлаев» командаһының баш тренеры вазифаһын ва­ҡытлыса башҡарыусы:
– Әлбиттә, һәр уйын бөтәбеҙ өсөн дә бик мөһим. Беҙ дәғүәсегә ҡаршы ныҡлап әҙерләнгәйнек. Тик был юлы тәрбиәләнеүселәрем һаҡта күп хата ебәрҙе. Мин уйын менән дә, һөҙөмтә менән дә ҡәнәғәт түгелмен. Һығымта эшләп, киләһе осрашыуҙарға әҙерләнергә кәрәк.
Бына шулай тине өфөләрҙең етәксеһе, «Салауат Юлаев»тың «Барыҫ» командаһы менән осрашыуынан һуң. Ә бит уҙған уйын алты мәрәй өсөн булды. Сөнки улар Көнсығыш конференцияһында йәнәш килеп, үҙ-ара юғары урын өсөн көрәш алып бара. Хәҙер бына ошо уйындан һуң, «Барыҫ» уйынсылары юлаевсылар менән мәрәй һаны буйынса тигеҙләште. Икеһе лә 73-шәр мәрәй яулап, 5 – 6-сы урындарҙы бүлешә. Ә инде өфөләр еңә ҡалһа, улар менән айырма алты мәрәй булыр ине. Нишләйһең, еңеүсе берәү була. Шулай уҡ, «Себер» командаһы ла үҙендә «Спар­так»ҡа өҫтәмә ваҡытта отолоп, шул уҡ 73 мәрәй менән те­геләрҙән ҡала, етенсе баҫҡысты биләй. Ғөмүмән, бын­да көрәш бик көсөргәнешле булмаҡсы. Плей-оффтағы дәғүәсе, моғайын, һуңғы уйын һөҙөмтәһе буйынса ғына асыҡланыр. Тағы бер бәхетле урын өсөн «Югра» менән «Нефтехимик» үҙ-ара талаша.
Конференцияның турнир хәленә килгәндә, унда «Аван­гард» менән «Аҡ барс» хоккейсылары лидерлыҡ өсөн көрәш алып бара. Тәүгеһенең иҫәбендә 98 мәрәй булһа, ҡазан командаһы уларҙан өс кенә мәрәйгә ҡалыша. Ә бына өсөнсө-дүртенсе урынды «Металлург» (Мг.) менән «Трактор» үҙ-ара бүлешер. Икеһе лә 89-шар мәрәй яулаған. Шуға күрә өфөләргә плей-оффта лидерҙар тырмаһына эләкмәҫ өсөн, нисек тә булһа бишенсе, йә булмаһа, алтынсы урынды яуларға кәрәк. Улай булһа, беҙҙекеләр йә Магнитогорскиҙың «Ме­таллург»ына, йә булмаһа, «Трактор»ға ҡаршы сығасаҡ. Улары ла тәүгеләренән әллә нимәһе менән ҡалышмай, тик шул әлеге лә баяғы өмөт инде.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына