RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

18.12.2012 ҙур спорт тирәләй

Барыһын да алдан күҙаллап…
Бындай «йондоҙ»ло составты Рәсәй хоккей һөйөүселәренең үҙ боҙобоҙҙа күптән күргәне юҡ ине. Илебеҙ йыйылма командаһының баш тренеры Зиннәтулла Биләлетдинов, НХЛ-дағы локаутты файҙаланып, Евротурҙың икенсе этабына барыһын да йәлеп итеп, хоккей һөйөүселәргә ҙур байрам яһаны. ҡайһы бер белгестәр, ошо әлеге составтың 90 проценты Сочиҙағы Олимпия уйындарына барасаҡ, тигән һығымтаға килде. Хаҡ һүҙҙәрҙер, моғайын. Сөнки Рәсәй командаһы матур, физик яҡтан да, тиҙлек яғынан да көслө тотороҡло уйын күрһәтеп, дәғүәселәренән бер башҡа өҫтөнлөк итте. Әлбиттә, төп дәғүәсеһе – Канада менән АҡШ хоккейсыларына ҡаршы һынау тотоп ҡараманы, әммә улар киләсәккә ниндәйҙер өмөт уята. Тик шуныһы – алдан уҡ «янып» ҡуймаһалар ярар ине.
Ә инде турнирға килгәндә, беҙҙекеләр Швецияны – 5:1, Чехияны – 6:0 һәм Финляндия командаһын 3:1 иҫәбенә отоп, төп призды яуланы. Иң көслө уйынсылар булып Дацюк, Емелин һәм Барулин танылды. Швеция уйынсылары – икенсе, Финляндия өсөнсө булды. Турнир тамамланды, КХЛ беренселеге йәнә юлға сыҡты. Иртәгә «Салауат Юлаев» хоккейсылары Словакияла урындағы «Слован» менән ситтәге бәйгеһен башлаясаҡ. 21 декабрҙә Чехияла «Лев» командаһы менән сәкәләшһә, йәкшәмбелә ЦСКА-ға юлланасаҡ.

Өсөнсө этап – миҙалһыҙ

Биатлон буйынса сираттағы донъя кубогының өсөнсө этабы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышһыҙ үтте. Тәүге ике этапта улар подиумға күтәрелеп, биатлон һөйөүселәрҙе ҡыуандырһа, был юлы тик көслө һигеҙ спортсы исемлегенә инеп, күңелде йыуатты. Бигерәк тә ҡыҙҙарыбыҙ һуңғы дөйөм стартта тотороҡло һөҙөмтә күрһәтте. Әйтәйек, билдәле Ольга Зайцеваға өсөнсө урынға күтәрелер өсөн бер генә секунд етмәһә, Екатерина Юрлова, унан өс секундҡа ҡалышып, финишҡа бишенсе килде. Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина, сәпкә өс тапҡыр яҙа атып, һигеҙенсе һөҙөмтә менән көслөләр рәтен йомғаҡланы. Екатерина Шумилова – 12-се, Екатерина Глазырина 15-се булды. Егеттәр иһә ошо төрҙән 7 һәм 8-се һөҙөмтәгә иреште.
Киләһе этап тик яңы йылдың 3 ғинуарында ғына көтөлә.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына