RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Лидерҙар еңеү яулай

19.10.2010 Лидерҙар еңеү яулай

Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең сираттағы туры уҙҙы. Чемпионат лидеры – «Зенит» командаһы үҙ майҙанында «Анкар» футболсыларын ҡабул итте һәм уларҙы 2:0 иҫәбенә отоп, үҙ позицияһын йәнә нығыта төштө.
һуңғы ике йылда рәттән Рәсәй беренселегендә алдынғылыҡты бирмәгән Ҡаҙандың «Рубин»ы ла һынатмай, уҙған осрашыуҙа «Ростов» уйынсыларын 2:1 иҫәбенә еңде. Өсөнсө баҫҡыста килеүсе ЦСКА ла еңеүен байрам итте. Улар «Терек» командаһын 3:0 иҫәбенә ҡыйратты. ЦСКА-ның, «Зенит»ты был юлы ҡыуып етеңкерәмәһә лә, ә «Рубин»ды ҡыуып ҡына түгел, уҙып китерлек мөмкинлеге бар. Берҙән, улар Ҡаҙан уйынсыларынан ике генә мәрәйгә ҡалышһа, икенсенән, уларҙан ике осрашыуға әҙерәк үткәргән. Тимәк, эштәре яйлы барһа, быйылғы беренселектә көмөш миҙал яулауҙары ихтимал. Лидерҙарҙан күпкә ҡалышҡан Мәскәүҙең «Спартак» клубы ла бирешергә теләмәй, уҙған турҙа «Алания»ны 3:0 иҫәбенә еңде. Тағы килеп бөгөн уларҙы ҙур һынау көтә – Чемпиондар лигаһында үҙ төркөмөндә Англияның билдәле «Челси» командаһы менән көс һынаша.
Ҡалған уйындар ошондай иҫәпкә тамамланды: «Динамо» – «Анжи» – 4:0, «Кр. Советов» – «Себер» – 1:1, «Локомотив» – «Спартак-Нальчик» – 1:0
Н. ТИМЕРОВ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көрәшсе ҡыҙ

08.12.2018 - Спорт Көрәшсе ҡыҙ


Сәкәнһеҙ еңеү...

26.10.2018 - Спорт Сәкәнһеҙ еңеү...