RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

14.12.2012 ҙур спорт тирәләй

Өфө буласаҡ «йондоҙҙар»ҙы ҡаршыларға әҙер
ҙур спорт тирәләй
Рәсәй спорт иленә әйләнеп бара. Оҙаҡламай Сочиҙағы ҡышҡы Олимпия уйыны, футбол буйынса донъя беренселеге һәм башҡа ҙур күләмле спорт ярыштары булырға тора. Барыһын да һанауы әлегә урынһыҙ булыр.
Ә бына Өфөлә башланырға торған үҫмерҙәр араһында хоккей буйынса донъя беренселеге бөгөн иң ҙур бәйгеләрҙән һаналалыр. Сөнки Башҡор­тостандың баш ҡалаһында донъяның иң көслө 10 командаһы үҙ-ара «иң-иң»де асыҡлаясаҡ.
«А» төркөмө «В» төркөмө
Финляндия Рәсәй
Швейцария Канада
Швеция АҡШ
Чехия Словакия
Латвия Германия

Командалар 26 декабрҙән киләһе йылдың 5 ғинуарына тиклем көс һынашырға әҙер. Билет хаҡы 80 һумдан 2000 һумға тиклем буласаҡ. Беренсе булып бәйгегә Латвия үҫмерҙәре менән Финляндия командаһы сығасаҡ. Осрашыу көндөҙ була. Ғөмүмән, сит ил хоккейсыларының үҙ-ара уйындары көндөҙ үтһә, Рәсәй үҫмерҙәре ҡатнашлығында – киске сәғәт һигеҙҙә. Шул уҡ көндө ватандаштарыбыҙ тәүге бәйгеһен Словакия йәштәре менән башлай. 28-е АҡШ егеттәре менән сәкәләшһә, иртәгәһенә Германия командаһына ҡаршы һынау тотоп, 2012 йылдың һуңғы төнөндә беҙҙең төп дәғүәсебеҙ – Канада менән кемдең кемлеген асыҡлаясаҡ.
Уҙған чемпионатта (ә ул хәҙер 37-се тапҡыр уҙғарыла) Швеция хоккейсылары чемпион булды. Улар финалда Рәсәй үҫмерҙәрен 1:0 иҫәбенә отоп, ошо уңышҡа ирешкәйне. Ғөмүмән, 1974 йылдан уҙғарыл­ған ярыштарҙа Канада командаһы 15 беренселектә мах бирмәй, ә бына Рәсәй үҫмерҙәре Союз тарҡалғаны бирле дүрт тапҡыр ғына чемпион исемен яулай (1999, 2002, 2003 һәм 2011 йыл). Ә инде СССР мәлендәген ҡушһаҡ, 16 тапҡыр чемпион исемен йөрөтә. Швеция, АҡШ, Финляндия һәм Чехия командалары үҙ тарихында ошо бәхетте икешәр тапҡыр татый. Әгәр Словакия менән Швейцарияны һанамағанда, ҡалғандарының уңышҡа ирешкәне юҡ. Улар бер заман өсөнсө урын алып ҡыуана. Был ҙур чемпионат беҙҙең илдә СССР тарҡалғандан һуң икенсе тапҡыр ғына уҙғарыла. Совет заманында ул беҙҙә өс тапҡыр үтә. Ә бына Канадала 11 тапҡыр ойошторолған.

Евротурҙан – Олимпия уйындарына

Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы Евротурҙың икенсе этабына тулы составының исемлеген иғлан итте.
Беренсе канал кубогы өсөн көрәшеүселәр: ҡапҡасылар − Барулин («Аҡ барс»), Кошечкин («Север­сталь»); һаҡсылар − Емелин, Медведев, Никулин, (бөтәһе лә − «Аҡ барс»), Тютин («Атлант»), Денисов (ЦСКА), Чудинов, Калинин (икеһе лә – СКА), Бирюков («Металлург», Мг.); һөжүмселәр − Плотников, Анисимов (икеһе лә − «Локомотив»), Радулов, Дацюк (икеһе лә – ЦСКА), Жердев («Атлант»), Мозякин, Малкин, Кулемин (бөтәһе лә − «Металлург», Мг.), Ковальчук (СКА), Пережогин («Авангард»), Щипачев («Северсталь»), Овечкин («Динамо», Мәскәү), Терещенко («Аҡ барc»).
Ә бына Корнеев («Аҡ барc»), Широков (ЦСКА), Кетов («Северсталь»), Казионов («Металлург», Мг.), Брызгалов (ЦСКА), Калинин («Авангард») кеүек хоккейсыларға командала урын табылмай, улар базанан ҡайтарылды.
Баш тренер Зиннәтулла Биләлетдинов һәм уның ярҙамсылары киләһе йыл Сочиҙа буласаҡ Олимпия уйындарына әҙерлек планы менән йәшәп, ошо состав­ҡа баҫым яһамаҡсы.

Икенсе этап бер көмөш һәм ике бронза миҙал килтерҙе

Биатлон буйынса донъя кубогының икенсе этабы уҙҙы.
Рәсәй йыйылма командаһы был юлы бер көмөш һәм ике бронза миҙал яулап, тәүгеһенән бер аҙ уңыш­һыҙыраҡ сығыш яһаны. Башта спортсылар эстафетала көс һынашты. Ир-аттарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ финишҡа өсөнсө килеп, бронза миҙал яулаһа, эҙәрлекләү бәйгеһендә Дмитрий Малышко икенсе урынға сыҡты. ҡыҙҙар иһә был төрҙән подиумға күтәрелә алманы. Уңышлы ғына сығыш яһаған яҡташыбыҙ Ольга Вилухина финишҡа 16-сы булып килде. Шулай уҡ спринт бәйгеһенә лә сыҡты Белорет һылыуы. Унда ул 25-се һөҙөмтә күрһәтте.
Киләһе старт Словенияла дауам итәсәк. Унда ла биатлонсылар өс төрҙә көс һынашасаҡ.
Ир-егеттәр командаһына билдәле спортсы, былтыр аяғын ауырттырып, стартҡа сыҡмаған Иван Черезов ҡушылды. Ул Волковты алмаштырҙы. Шулай уҡ Светлана Слепцова ла бер этаптан һуң командаға киренән ҡайтарылды. Ә бына яҡташыбыҙ Максим Чудов әлегә формаға инә алмай, Европаның кимәле буйынса түбән булған бәйгеһендә көсөн һынай.

Яҙға тиклем көс йыйырға туҡтанылар

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига командалары 19-сы турын уҙғарып, яҙға тиклем тәнәфескә туҡтаны.
Беренселек лидеры − ЦСКА футболсылары үҙ майҙанында чемпионат аутсайдеры − «Мордовия» клубын ҡабул итеп, уларҙы 2:1 иҫәбенә отҡандан һуң турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында килеүсе «Анжи» уйынсыларынан ике мәрәйгә өҫтөнлөк итә. «Анжи» иһә Санкт-Петербургта урындағы «Зенит» менән осрашты. Осрашыу 1:1 иҫәбенә тамамланды. «Зенит» 38 мәрәй менән «Анжи»ҙан өс мәрәйгә ҡалыша. 4 – 6-сы урындарҙы, 32-шәр мәрәй яулап, өс команда бүлешә – «Кубань», «Терек» һәм «Спартак». «Рубин» клубы менән «Локомотив» – 7 – 8-се урында /31 мәрәй/.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына