RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

07.12.2012 ҙур спорт тирәләй

Башҡортостан Неолимпиада уҙғармаҡсы
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Андрей Иванюта Неолимпиада спорты төрҙәре буйынса бөтә донъя уйындары ойоштороу комитеты ултырышында был уйындарҙы республикала уҙғарыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Уйындарҙы үткәреү урынына тендерҙы 2014 йылда иғлан итәсәктәр, әлегә беҙҙән башҡа теләк белдереүселәр юҡ.
Быға тиклем БР Президенты Рөстәм Хәмитов 2021 йылда Өфөлә Неолимпия уйындарын уҙғарыу тураһында тәҡдим иткәйне. Комиссияның ҡарары 2015 йылда билдәле буласаҡ. Быйыл йәй бөтә донъя Неолимпия уйындарының халыҡ-ара ассоциацияһы делегацияһы Өфөгә килеп ҡайтты. Улар баш ҡала бөгөндән үк Неолимпия уйындарын ойоштора ала тигән һығымтаға килде.
Кемдер, был ниндәй уйындар, тип аптырар. Неолимпия уйындарына бильярд, роликтарҙа йөрөү, сумо, боулинг һәм фрисби инә. 2013 йылда Неолимпиада Колумбияла уҙасаҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ, беҙҙең төбәктә һис тә үҫешмәгән был спорт төрҙәре буйынса республиканан ҡатнашыусылар булырмы икән?

Республика Олимпия утын ҡаршыларға әҙерләнә

Рәсәй тарихындағы тәүге ҡышҡы Олимпия уйындары 2014 йылда Сочиҙа уҙасаҡ.
Шул уңайҙан традицияға һалынған Олимпия уты эстафетаһы Рәсәйҙең 83 төбәген урап үтеп, Сочиға юлланасаҡ. Олимпия утын был уйындар иле Грецияла ҡабыҙып, 2013 йылдың 7 октябрендә Мәскәүгә килтерәсәктәр. Рәсәй буйлап 123 көн буйына елберләгән ут 65 мең саҡрым ара үтәсәк. Ул республикабыҙға ла килеп, Башҡортостандың алты районын байҡарға әҙер. Эстафетала барлығы 14 мең спортсы һәм 30 меңгә яҡын волонтер ҡатнашырға ниәтләй. Олимпия уты эстафетаһы һәм Олимпия хәрәкәте тарихы буйынса төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған. Башҡортостандан 400 самаһы факел йөрөтөүсене йәлеп итеү планлаштырыла, улар араһында – күренекле сәйәсәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, 500 – 600 волонтер ҡатнашасаҡ.
Әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре алып барыла. Өфө Олимпия утын лайыҡлы ҡаршыларға әҙер.

«Толпар» «Барс»тан дүрт мәрәй тартып алды

Йәштәр хоккей лигаһында сығыш яһаған Өфөнөң «Толпар» хоккейсылары ике уйынын үҙ майҙанында уҙғарҙы. Уларға ҡунаҡҡа ҡазандың «Барс» үҫмерҙәре килгәйне. Тәүге уйында Александр Семактың тәрбиәләнеүселәре ҡунаҡтарҙы 4:0 иҫәбенә отһа, икенсеһендә лә өҫтөнлөк итте, тик һуңғы мәлдә генә иҫәпте тигеҙләтеп, буллит серияһында еңелергә мәжбүр булды. Шуға ҡарамаҫтан, ике уйында дүрт мәрәй яулап, «Толпар» командаһы 36 осрашыу­ҙан һуң 71 мәрәй менән үҙ конференцияһының дүртенсе баҫҡысында бара. Юғарыла − «Омские ястребы» (87 мәрәй), тик улар өфөләрҙән ике осрашыуға күберәк уйнаған. Икенсе-өсөнсө урындарҙы «Стальные лисы» (76 мәрәй) менән «Белые медведи» (73 мәрәй) бүлешә. «Барс» иһә − бишенселә (66 мәрәй).

Халк «Зенит»тан китергә уйлай

„Зенит” футбол клубының иң бай һөжүмсеһе, Брази­лия легионеры Халк киләһе йылдың ғинуарынан командаһын ҡалдырып ки­тергә уйлай. Сәбә­бе: баш тренер Лучано Спалетти менән үҙ-ара килешмәү. 26 йәшлек уйынсы әйтеүенсә, белгес уға уйын һайын тулыһынса уйнарға ирек бирмәй. „Зенит”ҡа ул ярҙам­ға килгән, ә тренер уны уйнатмай, имеш. Әгәр инде, ысынлап та, Халк китергә булһа, ул ошо миҙгелдә башҡа бер ҡайҙа ла уйнай алмаясаҡ.
Әйткәндәй, Чемпиондар лигаһында плей-оффҡа бар өмөтөн юғалтҡан „Зенит” командаһы Италияла урындағы „Милан” футболсылары менән осрашты һәм уларҙы 1:0 иҫәбенә отоп, юлын Европа лигаһында дауам итәсәк. Ә инде икенсе төркөмдә сығыш яһаған „Спартак” клубы бөтөнләй мәсхәрәгә ҡалды. Һуңғы уйында улар Шотландияла „Селтик”ҡа 1:2 иҫәбенә еңелде. Улар, алты уйында тик бер генә еңеү яулап, үҙ төркөмөндә һуңғы урын менән ҡәнәғәтләнде.

«Урал» волейболсылары бәйгене еңеүҙән башланы

Өфөнөң «Урал» волейбол командаһы саҡырыу кубогының 1/16 финалында Францияла урындағы «Ренн» волейболсылары менән осрашты. ҡунаҡтар хужалар­ҙы өс партияла отоп /25:22, 25:22, 25:21/, тәүге уйында еңеү яуланы. Яуап осрашыуы Өфөлә 12 декабрҙә үтәсәк.

ҡапҡалары шайбаға «ҡунаҡсыл» булды

«Салауат Юлаев» хоккейсылары үтеп барған йылдың һуңғы ике уйынын үҙ майҙанында үткәреп, ҡалған өсәүһен ситтә уҙғарасаҡ. Берәүһен үҙ дивизионының аутсайдеры – Хабаровскиҙың «Амур»ы менән, юғарыла яҙылғанса, үткәрҙе лә инде. Шайбаларға бай булды был уйын. Иҫәпте беренсе булып ҡунаҡтар асһа ла, тәүге тәнәфескә өфөләр бер шайбаға өҫтөнлөк менән туҡтаны. Башта Хлыстов иҫәпте тигеҙләһә, һуңынан Финляндия легионеры Пильстрем хужаларҙы алға сығарҙы. Икенсе осорҙа ла Хабаровск ҡунаҡтарының бер шайбаһына Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре икәү менән яуап бирҙе. Шайбалар Мусатов һәм Прошкин иҫәбендә. Һуңғыһында ике яҡ команда ла икешәр тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, дөйөм иҫәп – 6:4, юлаевсылар файҙаһына. Был юлы ла хужаларҙан Пильстрем менән Прошкин мәргәнлектәрен иҫбатлай. Хәҙер «Салауат Юлаев» командаһы, 33 уйындан һуң 54 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында бишенсе баҫҡыста килеүен дауам итә. Юғарыла – «Аҡ барс» менән «Авангард». Улар иҫәбендә 65-әр мәрәй. «Трактор» менән «Металлург» /Мг./ 63-әр мәрәй менән 3 – 4-се урындарҙы бүлешә. Башҡа осрашыуҙар ошондай иҫәпкә тамамланды: СКА – «Атлант» – 4:3, «Динамо» /Мәскәү/ – «Локомотив» – 3:1, «Лев» – «Торпедо» – 4:2, «Югра» – «Витязь» – 4:5, «Трактор» – «Донбасс» – 1:2, «Автомобилист» – «Спартак» – 1:0, «Аҡ барс» – «Себер» – 5:4 /буллит/, «Нефтехимик» – «Металлург» /Нк./ – 4:3, «Металлург» /Мг./ – «Динамо» /Рига/ – 7:2, «Авангард» – «Динамо» /Минск/ – 5:3, «Барыҫ» – «Северсталь» – 3:0.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына