RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Спорт та, сәнғәт тә

27.11.2012 Спорт та, сәнғәт тә

Быйыл акробатик рок-н-ролл бейеүенең Өфөгә килеүенә 25 йыл тулды. Нимә һуң ул акробатик рок-н-ролл? Амери­ка­ла уҙған быуаттың 50-се йылдарында тыу­ған рок-н-ролл бе­йеүе ныҡ танылыу яулай. Акробатика элементтары менән юғары темпта бейеүҙе йәштәр шунда уҡ яратып өлгөрә һәм төрлөсә импровизациялай. Ә 70-се йылдарҙа был бейеү акробатика менән ҡушылып, дискотека бейеүе генә түгел, матур һәм ауыр спорт төрө барлыҡҡа килә.
Әгәр ҙә бейергә һәм бер юлы спорт менән дә шөғөлләнергә теләйһегеҙ икән, акробатик рок-н-ролл һеҙҙең өсөн идеаль вариант. Рәсәйҙә ул йылдан-йыл ныҡлы үҫеш ала, беҙҙең спортсылар халыҡ-ара ҙур ярыштарҙа еңеүселәр булып таныла.
Башҡортостан ҡалаларында ла акробатик рок-н-ролды балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр үҙ итә. Бейеүҙең ябайлығы, имгәнеү хәүефе булмауы арҡаһында ата-әсәләр ба­ла­ларын бәләкәйҙән үк ошо спортҡа ылыҡтырырға тырыша.
Республикабыҙ­ҙа акробатик рок-н-ролл федерацияһы эшләп килә. Ул йыл да бейеү клубтары араһында төрлө бәйгеләр ойоштора. Шәмбелә акробатик рок-н-ролл буйынса асыҡ чемпионат һәм Өфө беренселеге уҙҙы. Турнирҙа баш ҡаланың «Си­риус», «Кондор», «Эве­рест», «Драйв», Нефтека­манан «Фрис­тайл» һәм Һамар ҡалаһынан бейеү клубтары ҡатнашты. Был юлы барлығы 158 бейеүсе – 54 пар һәм биш команда көс һынашты.

Л. ТАШБУЛАТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына