RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Элекке «алтын» составтың уйынын хәтерләтте

27.11.2012 Элекке «алтын» составтың уйынын хәтерләтте

Элекке «алтын» составтың уйынын хәтерләтте
«Салауат Юлаев» хоккейсыларының һуңғы өс осрашыуын ҡарағандан һуң улар бер аҙ элекке «алтын» составты хәтерләтте. Шул уҡ комбинацион тиҙлек, физик тотороҡлоҡ һәм мөмкинлектәрҙе уңышлы файҙаланыу. Өс осрашыуҙа дәғүәсенең ҡапҡаһына 16 шайба индереп, үҙенекенә бары алты гол үткәртә. Һәм өс рәт еңеү яулап, 29 уйындан һуң 48 мәрәй менән үҙ дивизионының икенсе баҫҡысына үрләне. Бында һөжүмселәрҙең, ниһайәт, асылыуы һәм һаҡсыларҙың үҙ бурысына тоғро ҡалыуы ҡыуандыра. Һөжүмсе Игорь Мирнов менән Антти Пильстремдың мәргәнлеге һәм дә Сергей Зиновьевтың оҫта пас биреүе дөйөм еңеүгә тос өлөш индерҙе. Ғөмүмән, әлеге уҙған бәйге өсөн өфөләргә «бишле» билдәһен ҡуйһаҡ, арттырыу булмаҫ. Тик күҙ тейҙереп ҡуймайыҡ… Дөйөм гол+пас системаһына килгәндә, Игорь Мирнов 14 шайба индереп, 10-һында гол индерергә булышлыҡ итә. КХЛ статистикаһы буйынса, уның күрһәткесе – 15-се урын. Никита Филатовтыҡы − 16 (8+8). Сергей Зиновьев­тыҡы − 15 (5+10), Денис Хлыстовтыҡы − 15 (3+15), Юрий Трубачевтыҡы − 13 (4+9), Виталий Прошкиндыҡы − 13 ( 3+10).
Хәҙер «Салауат Юлаев» командаһы өс уйындан торған сәфәргә сыға. Иртәгә Мәскәү өлкәһендә «Атлант» менән сәкәләш­һә, йомала Ярославлдә ҡунаҡ буласаҡ. Ә инде йәкшәмбелә Түбәнге Новгородтың урындағы «Торпедо» уйынсылары менән осрашасаҡ.
КХЛ беренселегенә килгәндә, 61 мәрәй яулап, юғары баҫҡыста «баш»һыҙ СКА клубы килә. «Баш»һыҙ тибеҙ, сөнки улар «Витязь»­де 4:3 иҫәбенә көскә отҡас, клуб етәкселеге нишләптер пан Ржиганы отставкаға ебәрә. Бында төрлө имеш-мимештәр йөрөй. Йәнәһе, команда һөҙөмтәле уйын күрһәтһә лә, шул хәтлем «йондоҙ»ло составтың сығышы уларҙы ҡәнәғәтләндермәй. Команда эсендәге тотороҡһоҙлоҡ та шуға сәбәпсе, тип баралар. Тик Ржига улай тип иҫәпләмәй. Ул клуб етәкселегенең ныҡ хаталаныуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Күрәһең, оҙон аҡса үҙ эшен эшләй…

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына