RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҙур спорт тирәләй

23.11.2012 ҙур спорт тирәләй

Лидерҙар уйнаһа, һөҙөмтә булыр
КХЛ беренселегенең сираттағы турында «Салауат Юлаев» командаһы Мәскәүҙең «Спартак» хоккейсыларын ҡабул итте.
Венер Сафин был уйынға бер аҙ ял итеп алғандан һуң төп ҡапҡасыбыҙ Тарккиҙы сығарҙы. Ә бына Шулаков, Атюшов, Кольцов һәм Ролинекка составта урын табылманы. Шуға ҡарамаҫтан, юлаевсылар тотороҡло ғына уйын күрһәтте. Әлбиттә, дәғүәсе әллә ни көслөләрҙән һаналмаһа ла, яңы «баш» аҫтында тырышып-тырмашты. Иҫәпте беренсе булып хужалар асты. Прошкин сойорғотҡан шайба дәғүәсенең ҡапҡаһына барып ҡунаҡлай. «Спартак» та Тарккиҙың ныҡлығын тикшерә һәм яңылышмай. Ә инде һуңынан тик өфөләр генә уңыш­ҡа өлгәште. Ниһайәт, команданың «мейеһе» − Сергей Зиновьев үҙенең оҫта пастары менән һөҙөмтәгә ирешергә булышлыҡ итә. Шулай уҡ үҙебеҙҙең Хлыстов та ике тапҡыр гол индерергә ярҙам итә. Шулай итеп, хужалар ҡунаҡтарҙы 4:1 иҫәбенә отоп, 42 мәрәй менән үҙ дивизионының өсөнсө баҫҡысына күтәрелде. ҡалған осрашыуҙар ошондай иҫәпкә тамамланды: СКА − «Северсталь» − 3:2, «Слован» − «Торпедо» − 1:4, «Лев» − «Атлант» − 4:2, ЦСКА − «Локомотив» − 0:4, «Автомобилист» − «Югра» − 1:2 (буллит), «Нефтехимик» − «Донбасс» − 4:3 (буллит), «Аҡ барс» − «Динамо» (Рига) − 6:2, «Трактор» − «Барыҫ» − 0:3, «Металлург» (Мг.) − «Авангард» − 1:2, «Амур» − «Металлург» (Нк.) − 5:1.

«Торос» ағаларына үрнәк күрһәтә

Хоккей буйынса ВХЛ беренселегенең сираттағы осрашыуҙарын Нефтекаманың «Торос» командаһы үҙ майҙанында үткәрҙе.
Башта улар чемпионат аутсайдеры − Һарытауҙың «Ижсталь» хоккейсыларын ҡабул итеп, ҡунаҡтарҙы 3:1 иҫәбенә отһа, һуңынан Пермдең билдәле «Молот − Прикамье» клубына еңеүгә бер ниндәй өмөт ҡалдырмай, уларҙы 6:1 иҫәбенә ҡыйратты. Хәҙер Руслан Сөләймәновтың тәрбиәләнеүселәре, 26 осрашыуҙа 44 мәрәй яулап, турнир таблицаһының етенсе баҫҡысына үрмәләне. Юғарыла ҡаҙағстандың «Сарыарка» клубы урынлашҡан. Улар иҫәбендә – 51 мәрәй. Шулай уҡ Әлмәттең «Нефтяник» уйынсылары ла 51 мәрәй яулаған. Өсөнсөлә − «Рубин» (50 мәрәй).

Йәш юлаевсылар еңеү яулай

Үҫмерҙәр лигаһында уйнаған «Толпар» хоккейсылары ике осрашыуын үҙ майҙанында «Кристалл» командаһы менән уҙғарҙы.
Беренселек аутсайдеры хужаларға ике уйында ла отолдо. Тәүгеһендә Александр Семактың дружинаһы ҡунаҡтарҙы 11:1 иҫәбенә ҡыйратһа, икенсеһендә 5:1 иҫәбенә отто. Әлегә «Толпар» үҫмерҙәре, 30 уйындан һуң 59 мәрәй яулап, үҙ конференцияһының дүртенсе баҫҡысында килә.

«Өфө» лидерҙы туҡтатты

«Өфө» футбол командаһы быйылғы һуңғы осрашыуын ситтә чемпионат лидеры − «Томь» уйынсылары менән уҙғарҙы.
Хужалар, ете уйын рәттән еңеү генә яулап, «Өфө»ләргә лә үҙ уйынын бәйләп маташты. Тик Игорь Колывановтың тәрбиәләнеүселәре лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтеп, лидер менән 0:0 иҫәбенә уйнаны һәм бер мәрәй яулауға өлгәште.
Хәҙер «Өфө» иҫәбендә 21 уйындан һуң 31 мәрәй. Улар «Спартак − Нальчик» һәм «Ротор» менән 7 – 9-сы урындарҙы бүлешә.

Пляж һәм мини-футболдан алдырыуын- алдырабыҙ ул…

Мини-футбол буйынса донъя беренселегендә Бразилия командаһы, финалда Испания уйынсыларын өҫтәмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә отоп, етенсе тапҡыр уның еңеүсеһе булып танылды.
Рәсәй командаһы, сирекфиналда Испанияға 2:3 иҫәбенә еңелеп, бәйгенән төшөп ҡалғайны. Ғөмүмән, ошо төрҙән илебеҙ футболсылары ярайһы ғына уңышҡа өлгәшеп, уңышлы сығыш яһай. Әйтәйек, 1996 йылда улар донъя чемпионатында өсөнсө булһа, өс йылдан һуң Европа беренселегендә алтын миҙал яулай. Шулай уҡ континент бәйгеһендә Рәсәй командаһы өс тапҡыр икенсе урын алһа, ике тапҡыр «бронза»ға эйә була.

«Барселона» кимәленә етер өсөн уйнарға ла уйнарға...

Чемпиондар лигаһында уйнарға маташҡан «Спартак» футболсылары, уңышһыҙ сығыш яһап, бөтөнләй оятҡа ҡалды.
Улар үҙ төркөмөнөң бишенсе турында Мәскәүҙә данлыҡлы «Барселона» командаһын ҡабул итеп, 70 меңгә яҡын көйәрмәнен хафаға һалды. Билдәле Испания клубы егеттәре хужалар ҡапҡаһына өс яуапһыҙ туп индереп, лидерлығын йәнә иҫбатланы. Ә инде «Спартак» плей-оффҡа түгел, Европа лигаһына ла өмөтөн юғалтты.
Шулай уҡ Рәсәй чемпионы − «Зенит» клубы ла төркөм лидеры «Малага» менән үҙендә 2:2 иҫәбенә уйнаны. Уның да хәле мөшкөл. Әгәр Евролигаға эләгергә теләһә, һуңғы уйында уға тик еңеү генә кәрәк.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына