RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » 12 мөмкинлектән – һигеҙ мәрәй

09.10.2010 12 мөмкинлектән – һигеҙ мәрәй

«Салауат Юлаев» командаһы ситтәге һуңғы дүртенсе осрашыуын үҙ дивизионындағы көслө «Авангард» хоккейсылары менән уҙғарҙы. Омск уйынсылары быға тиклем 10 уйында 19 мәрәй яулап, һигеҙ көслө команда иҫәбендә килә ине. Өфөләр ҙә шул иҫәптә һаналды. Шуға ла был осрашыу ике яҡтың да бөгөнгө хәл-торошон иҫбатланы. Уйын әллә ни көсөргәнешле үтмәһә лә, һәр яҡтың хаталаныуына тиклем барҙы. ҡунаҡтар төп ваҡыт аҙағында хужаларға өмөт бирҙе. Әммә улар бынан файҙалана алманы. Был бәйгелә юлаевсыларҙың һөжүмсеһе Игорь Григоренко өс гол индереп, хит-трек эшләне. Ә бына Андрей Кутейкиндың үҙ зонаһынан сойорғотҡан шайбаһы көтмәгәндә «Авангард»тың ҡапҡаһына барып ояланы. Шулай итеп, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре, ситтәге 12 мөмкинлектән һигеҙ мәрәй яулап, бары 23 мәрәй менән турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысына үрләне.
ҡалған командалар ошондай иҫәпкә таралышты: «Динамо» (Мәскәү) – «Спартак» – 5:1, «Витязь» – СКА – 3:4 (буллит), «Югра» – «Металлург» (Мг.) – 2:3 (буллит), «Северсталь» – «Атлант» – 3:2.
«Атлант» тигәндән, унда баш тренер Николай Борщевскийҙы отставкаға ебәр­ҙеләр. Был – КХЛ беренселеге башланғандан икенсе отставка. Саҡ ҡына алдараҡ «Амур» «баш»һыҙ ҡалғайны. Гәзитебеҙ сығып барғанда, тағы бер отставка билдәле булды. «Трактор» клубы етәкселеге лә команданың сығышына түбән баһа биреп, тренерын эшенән бушатты. һәм шул арала баш итеп билдәле белгесте Валерий Белоусовты тәғәйенләне.
Иртәгә өфөләр үҙ майҙанында «Югра» хоккейсыларын ҡабул итә. Ғөмүмән, юлаевсылар ошо арала өс уйынды ла үҙ боҙонда уҙғарасаҡ.


8 октябргә ҡарата турнир таблицаһы

У. М.

1. «Металлург (Мг.) 12 28
2. «Динамо» (Мәскәү) 11 25
3. «Салауат Юлаев» 11 23
4. «Северсталь» 11 21
5. «Себер» 12 22
6. «Торпедо» 10 21
7. СКА 12 20
8. «Барыҫ» 11 19
9. «Авангард» 11 19
10. «Аҡ барс» 10 18
11. «Нефтехимик» 10 17
12. «Локомотив» 9 17
13. «Динамо» (Минск) 12 17
14. «Югра» 10 16
15. «Динамо» (Рига) 12 16
16. ЦСКА 11 14
17. «Спартак» 12 11
18. ««Автомобилист» 10 11
17. «Атлант» 10 11
20 «Амур» 12 9
21. «Трактор» 10 8
22. «Металлург» (Нк.) 11 8
23. «Витязь» 12 7

Н. ТИМЕРОВ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына

Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...