RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рухи көс сығанағы

27.04.2012 Рухи көс сығанағы

Рухи көс сығанағы
Халҡыбыҙҙың боронғо спорт төрҙәре, уйын һәм бәйгеләре йәш быуында рух ныҡлығы, милли ғорурлыҡ тәрбиәләүҙә төп сараларҙың береһе булып тора. Сөнки улар тапҡырлыҡ һәм етеҙлекте һынап ҡына ҡалмай, ә тарихҡа күҙ һалырға ла мәжбүр итә.
Республиканың юғары уҡыу йорттары араһында милли көрәш буйынса спартакиада быйыл Башҡорт дәүләт университетының спорт комплексы базаһында уҙғарылып, унда туғыҙ команда ҡатнашты (майҙан хужаларынан тыш, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр, Өфө дәүләт нефть техник, Өфө дәүләт авиация техник университеттары, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, Стәрлетамаҡ физик культура институты, Башҡорт социаль технологиялар институты, Мәскәү дәүләт техник университетының Өфө филиалы). Көрәшселәр, донъя һәм Рәсәй чемпионаттарындағыса, ун категорияла бил һынашты. Әйтергә кәрәк, ярыш сәмле һәм көсөргәнешле барҙы. Сөнки ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле юғары булыуы күҙгә ташланып торҙо.
Спартакиада һөҙөмтәләренә ярашлы, команда беренселегендә еңеүсе тип Башҡорт дәүләт университетының йыйылма командаһы иғлан ителде (тренеры – И. Байназаров). Стәрлетамаҡ физик культура институты (тренеры – Р. Килдебаев) икенсе урында булһа, Башҡорт дәүләт аграр университеты (тренеры – Р. Зыяҡаев) көрәшселәре өсөнсө урынды яуланы.
Шәхси беренселектә үҙ категорияларында «иң-иң»дәр тип Айнур Хәлитов (З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы), Илнур Хәйбуллин (Башҡорт дәүләт университеты), Фәрит Мурсалов (Стәрлетамаҡ физик культура институты), Салауат Йосопов (Башҡорт дәүләт университеты), Рушан Ильясов (Башҡорт дәүләт университеты), Айгиз Зәйнет­динов (Стәрлетамаҡ физик культура институты), Наил Мөхә­мәтйәнов (Башҡорт дәүләт аграр университеты), Рөстәм Исламов (Стәрлетамаҡ физик культура институты), Рөстәм Зыяҡаев (Башҡорт дәүләт аграр университеты), Рәдиф Аҡсурин (Стәрлетамаҡ физик культура институты) билдәләнде.
Шулай итеп, Башҡорт дәүләт университеты, республика юғары уҡыу йорттарынан иң көслө һәм таһыллы егеттәрҙе бергә туплап, тәжрибә һәм оҫталыҡ менән бүлешеү майҙанына әүерелде. Ярыш сәме һәм милли ғорурлыҡ тойғоһо көрәшсе егеттәр күңелендә һүрелмәҫ, киләһе бәйгеләргә лә саҡырып торор, тип ышанғы килә.
Ирәндек БАЙНАЗАРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына