RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шашкасылар кемгә кәрәк?

20.04.2012 Шашкасылар кемгә кәрәк?

Шашкасылар кемгә кәрәк?
Март аҙағында мине, «Шүл­гәнТаш» ҡурсаулығы хеҙмәткәрен, Мәскәүгә командировкаға ебәрҙеләр. Әммә мәҡәлә Мәскәүҙә булыуым хаҡында түгел, ә поездағы юлдаштар тура­һын­да буласаҡ. Ғөмүмән, мин поезда йөрөргә яратам, сөнки Унда ҡыҙыҡлы танышыу­ҙар була, фәһемле тарихтар ишетергә мөмкин.
Был юлы ла шулай булды. Поезға инеп урынлашҡайным, артымса юлдаштар инеп ултыр­ҙы. Ике малай һәм минең йәштәге ир. Поезға өлгөрәбеҙ тип, Ишембайҙан таңғы дүрттә сыҡҡандар. Шуға инеү менән таныштыҡ та, улар, урын һалып, бер аҙ йоҡлап алды. Дүрттән тороп юлға сығыу малайҙар өсөн генә түгел, оло кеше өсөн дә ҡыйын эш…
Бер аҙ ял иткәс, юлды хәбәр менән ҡыҫҡарта башланыҡ. Шашкасы малайҙар – Илдус менән Артур һәм уларҙың тренеры Игорь Анатольевичтың Ярославлгә Рәсәй чемпионатына китеп барыуҙары икән. ҡарап тороуға ябай малайҙар, башҡаларҙан бер ни менән дә айырылмайҙар, шул уҡ төртөшөү, көрмәкләшеп алыу һәм бала-саға арсеналына ингән башҡа алымдар. Айырма шунда ғына – Артур рус шашкаһы буйынса балалар араһында донъя чемпионы, Илдус – рус шашкаһы буйынса Башҡортос­тан, классик шашка буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы.
Шашканың ҡағиҙәһен генә белһәм дә, ун йәшлек Илдус менән уйнап ҡарарға булдым. Өс уйын уйнаныҡ, һөҙөмтәлә Илдус, һинең менән уйнауы ҡыҙыҡ түгел, тип минең менән уйнауҙан баш тартты – сөнки минең бер шашкам да ҡалмай, уныҡы яртыһы йә унан да күберәк ҡала. Аҙаҡ Артур менән бер бабай уйнап ҡараны. Улар оҙағыраҡ уйнаны, әммә һөҙөмтә шул уҡ: ун бер йәшлек малай алтмыш йәшлек бабайға бер шанс та бирмәне…
Малайҙар шәп, һүҙ ҙә юҡ, әммә мине икенсе бер нәмә аптыратты. Донъя, Рәсәй кимәлендәге йәш спортсылар һәм тренер Рәсәй чемпионатына… үҙ иҫәбенә китеп бара. Ишембай – Өфө автобусын һанамағанда, юлға ғына кәм тигәндә 6000 һум аҡса ата-әсә кеҫәһенән сыға. Шунлыҡтан Рәсәйҙә иң көслө шашка мәктәптәренең береһе булған Ишембайҙан ни бары ике генә спортсы ярышҡа сыға алған. Сөнки бөтә ата-әсәнең дә бындай мөмкинлеге юҡ. Ошо сәбәптән ҡыҙҙар командаһы, 13 йәшлек бер өмөтлө спортсы ярыш ҡомарынан мәхрүм ҡала. Әйткәндәй, уның быйыл үҙен күрһәтергә һуңғы мөмкинлеге була, сөнки алдағы йыл – ул икенсе, олораҡ йәш категорияһында сығыш яһаясаҡ һәм үҙенән олораҡ спортсылар менән көс һынашасаҡ…
Башҡортостан исемен күтәрерлек спортсылар бар, әммә уларҙы ярышҡа йөрөтөрлөк аҡса юҡ… Парадокс… Һуңынан Игорь Анатольевичтан нисек уйнауҙарын белештем. Илдус Аллағужин тиҙ программала (бер партияға ун минут ваҡыт бирелә) – Рәсәй чемпионы, Артур Миңлеғужин төп программала көмөш миҙал яулай… Ә хәҙер күҙ алдына килтерәйек – Ярославлгә ике түгел, ә башҡа мәктәптәр кеүек 8 – 10 спортсы алып барһаҡ, миҙалдар күберәк булыр ине. Булмаған хәлдә лә, йәш спортсылар тәжрибә туплар, ҙур ярыштарҙа сынығыр ине.
Ярышҡа үҙ иҫәбенә китеп барыуҙарының сәбәбе икәү. Беренсеһе – Рәсәйҙең иң көслө шашка мәктәптәренең береһе бер кем тарафынан да финанс­ланмай тиерлек, район боджетының аҡсаһы юҡ. Ике донъя чемпионы тәрбиәләгән Ишем­бай мәктәбен ниңә республиканан финансламаҫҡа? Игорь Анатольевич, йылына ярты миллион һум ғына бүлһәләр ҙә, беҙгә артығы менән етер ине, ти. Республика бюджетында, моғайын, шундай ғына аҡса барҙыр инде. Ярышҡа китер алдынан ул республика Президентына ла хат яҙған – аҙағы нимә менән бөткәндер – белмәйем…
Икенсе сәбәп – республиканың шашка буйынса баш тренер­ҙарының уйлап еткермәүе. Улар йыллыҡ календарь план төҙөгәндә, Рәсәй шашка федерацияһынан аша атлап, уны һанға һуҡмай, планға тик Европа, донъя чемпионаттарын ғына индергән. Ярай әле донъя кимәлендәге спортсылар бар, ә башҡалар, яңы баш күтәреп килгән спортсылар? Республи­кала ғына еңеп, донъя кимәленә сығып булмай бит, бының өсөн иң тәүҙә Рәсәй кимәлендә миҙал яуларға кәрәк…
Шундай хәл килеп тыуа: киләсәктә республика данын Рәсәй, донъя кимәленә күтәрерлек спортсылар тәрбиәләнә, әммә уларҙы ярыштарға йөрөтөрлөк мөмкинлек юҡ. 10 – 11 йәшлек спорт мастерына кандидаттар­ҙың был спорт төрөнә һыуыныуҙары ла бар. Дөрөҫ, шашка шахмат, бокс кеүек баһаланмай, теннис, хоккей кеүек аҡсалы ла түгел, әммә спорттың был төрөнә бөгөнгө ҡараш һаҡлан­һа, ул әле оҙаҡ үгәй бала ролендә йөрөйәсәк…
Киләсәктә донъя чемпиондары Тамара Танһыҡҡужина һәм Александр Георгиевҡа алмаш булырҙай спортсылар үҫә, әммә улар бер кемгә лә кәрәкмәй…

P.S. Ошо арала шашкасылар Белоруссияға Европа чемпионатына йыйына, улар юл хаҡының яртыһын үҙҙәре ҡапларға тейеш… Аптырарлыҡ хәл.

Салауат Ырыҫбаев.
Бөрйән районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына