Сайт газеты
Баш бит Фото йүнәтеү Мәғлүмәт Беҙҙең турала Бәйләнеш          Архив
                   

Александр Радулов өфөләр өсөн йөҙөнсө шайбаһын индерҙе

3-02-2012, 12:24 Спорт
Александр Радулов өфөләр өсөн йөҙөнсө шайбаһын индерҙе
Ауыр, әммә кәрәкле еңеү яуланы юлаевсылар. КХЛ беренселегенең сираттағы уйынында «Салауат Юлаев» командаһы Ҡаҙағстанда «Барыҫ» хоккейсылары менән көс һынашты. Ғөмүмән, дивизиондаш күршеләр быға тиклем үҙ-ара өс осрашыу үткәргәйне инде. Береһендә «Барыҫ» уйынсылары өҫтөнлөк итһә, икәүһендә еңеү өфөләр яғында була. Хужаларға, турнирҙағы хәлен яҡшыртыр өсөн, еңеү ҡунаҡтарға ҡарағанда ла кәрәгерәк була. Шуға ла улар осрашыуҙы өҫтөнлөк менән башлай. Юлаевсылар күберәк хаталана һәм тәртип боҙорға мәжбүр була. Бер-бер артлы штраф эскәмйәһенә ултырып, «Барыҫ»тың һөжүмдәренә өлгөрә алмай, үҙ ҡапҡаһына гол үткәртәләр.
Икенсе осор алдындағы тәнәфес ҡунаҡтар өсөн файҙаға ғына була. Беренсе звенобыҙҙың һөжүмселәре берәр тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, өфөләрҙе алға сығара. Хужалар бер шайба менән яуап бирә, әммә Зиновьевтың дүртенсе голы беҙҙекеләргә еңелерәк тын алырға булышлыҡ итә. «Барыҫ»тар уйнауҙан туҡтамай, һөжүм артынан һөжүм ойоштороп, бар тырышлығын һалып, иҫәпте йәнә ҡыҫҡарта. Улар бының менән генә туҡтамай, һаман Эрсбергтың ҡапҡаһына ябырыла. Тик, нисек кенә булмаһын, Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре, оҫта һаҡланып, ҡумтаһын тулы өс мәрәй менән байыта. Хәҙер улар 47 уйындан һуң 82 мәрәй менән үҙ дивизионында юғары урында нығынып, дөйөм таблицала бишенсе баҫҡыста килеүен дауам итә. Шуныһы мөһим: өфөләрҙең алтынсы осрашыу рәттән еңелеү белгәне юҡ. КХЛ беренселеге бомбардиры, «Салауат Юлаев» командаһы һөжүмсеһе Александр Радулов өфөләр составында уйнағаны бирле 100-сө шайбаһын индереп, үҙенсә рекорд ҡуйҙы. Әлеге уның тирәһендә йөрөгән имеш-мимештәр ҙә дөрөҫ түгел. Ул миҙгел аҙағынаса юлаевсылар сафында уйнаясаҡ.

Н. ТИМЕРОВ.




Вы можете прокомментировать статью. Для этого можете зайти через сайт вконтакте.ру.

Баҫып сығарырға Уҡынылар: 135 тапҡыр

3-02-2012, 12:24 | авторы: Нур | Фекерҙәр
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Быков йәштәргә өмөт итмәксе
  • Көскә еңделәр
  • Беҙҙекеләр – беренсе. әлегә
  • «Металлург» юлаевсыларҙы туҡтатты...
  • Капитан капитанлығын иҫбатланы
  • Приложения
    Добавление комментария



    Важные новостиСоздание сайта на башкирском языке в Уфе

    Беҙҙең дуҫтарыбыҙҙың яңылыҡтары:
    Башпортал - новости, литература, башполит, уфимский, журнал, шурале, уфимский край18 мая 2012 12:32: Правительство Башкортостана утвердило величину прожиточного ...
    Постановлением Правительства Башкортостана установлена величина прожиточного минимума в среднем за месяц первого ...

    17 мая 2012 17:41: XVI Международного конкурса-фестиваля музыкального творчест ...
    С 24 по 26 мая 2012 года в рамках Федеральной целевой программы «Культура России», в Уфе пройдет XVI Международный ...

    14 мая 2012 12:56: История башкир
    Исключительность отношений башкир и России отражено в “Соборном Уложении” 1649 года, где у башкир под страхом ...

    11 мая 2012 23:52: Страшная авария случилось на трассе Уфа-Челябинск
    Страшная авария случилось на трассе Уфа-Челябинск 9 мая 2012 года в которой участвовали 4 автомобильные фуры. После ...

    Спортивный Башкортостан - беҙҙең журналистың сайты16 мая 2012 13:02: Рәсәй командаһы Норвегиянан башлай
    Хоккей буйынса донъя беренселегенең төркөм уйындары тамамланды. Плей-оффҡа «А» ...

    16 мая 2012 13:00: Чемпионат тамам, алда Европа көтә
    Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең яңы система буйынса тәүге чемпионаты ...

    Текэ Шонкар журналы сайты! 1 января 1970 00:00: Fatal Error
    Fatal Error: could not open XML input (http://./index.php?format=feed&type=rss)


    + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс

    Гәзиттең номерҙары: 1(2011), 10(2011), 11(2011), 12(2011), 13(2011), 14(2011), 15(2011), 16(2011), 17(2011), 19(2011), 2(2011), 20(2011), 21(2011), 22(2011), 23(2011), 25(2011), 26(2011), 29(2011), 3(2011), 30(2011), 31(2011), 33(2011), 35-36(2011), 37(2011), 38(2011), 40(2011), 41(2011), 46(2011), 47(2011), 49(2011), 5(2011), 51(2011), 65(2011), 67(2011), 7(2011), 73(2011), 76(2011), 8(2011), 84(2011), 89(2011)

    Показать все теги
      Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков  Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(Башкортостан) - Яшлек  Спортивный Башкортостан - беҙҙең журналистың сайты  Башҡортса юмористик журнал  Все в движение 'Хартия Честных Интернет Журналистов' - в ЧИЖ Башкирское радио Юлдаш. Прямой эфир
    Copyright c Редакция газеты "Йәшлек"2007-2010 | Создание сайтов www.ak-ufa.ru

    Directrix.ru - рейтинг, каталог сайтов