RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мәргәнлек ҡыуандыра. Ҡапҡасылар һағайта...

21.09.2010 Мәргәнлек ҡыуандыра. Ҡапҡасылар һағайта...

Мәргәнлек ҡыуандыра. Ҡапҡасылар һағайта...Хоккей буйынса КХЛ беренселеге башланып, дүрт-биш тур үтеүгә ҡайһы бер командалар үҙҙәренең сығышына һығымта яһап, миҙгел башының йоғонтоһона һылтанһа, Хабаровскиҙың «Амур»ы, күп уйлап тормай, бөтә ғәйепте баш тренерынан тапты. Улар эш төпкә китмәҫ борон әле үк баш тренерын алмаштырырға булды. Әлегә уларҙа кемдең «баш» икәне билдәһеҙ.
Ғөмүмән, быйылғы беренселек шайбалар яғынан бик һөҙөмтәле булмаҡсы. Әллә һөжүмселәр мәргәнлеген яҡшыртҡан, әллә ҡапҡалар «тишелгән»... Бәлки, һаҡсылар үҙ эшен онот­ҡандыр. Нисек кенә булмаһын, чемпионат бик ҡыҙыҡлы башланды. Беҙҙең «Салауат Юлаев» ул йәһәттән алдынғылыҡты бирмәй, тиһәк тә, яңылышмабыҙ. Яңыраҡ уҙған дүрт осрашыу­ҙа улар дәғүәсенең ҡапҡаһына 22 шайба индереп /уртаса бер уйынға 5,5 тура килә/, үҙ ҡапҡаһына 16 шайба үткәрткән. Шәпме? Шәп, тик ҡапҡасыларыбыҙ ғына күңелде ҡыра.
Беренсе уйында «Трактор»ҙы 7:2 иҫәбенә пыран-заран килтергәс, Магнитогорскиҙың «Металлург»ын өҫтәмә ваҡытта ғына ота, «Барыҫ»тан буллит серияһында мәргәнерәк булып сыҡты һәм бына «Авангард» командаһына шул уҡ буллитта еңелде. Баш тренерыбыҙ Вячеслав Быков бында ғәйепте ҡапҡасыларына япмай, бөтә команданан күрә. Был дөрөҫ тә. Тик барыбер ҡапҡасынан да күп нәмә торалыр. Ул «тишек» ҡалдыра икән, тимәк, һөжүмселәргә икеләтә көс төшә. Ә инде улары уйнамаһа, эш харап... Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелергә урын юҡтыр әлегә. Алда уйындар бик күп. Моғайын, билдәле тренерҙарыбыҙ берәй сараһын күрер. Башҡа уйындарға ла туҡталып үтәйек. Бобров дивизионынан башлайыҡ. Унда әлегә «Динамо» лидер. СКА хоккейсылары икенсе урында килһә лә, алты осрашыуҙан һуң тик һигеҙ генә мәрәй туплаған. Был турҙа ла улар үҙендә «Торпедо»ға 2:3 иҫәбенә отолдо. «Спартак» эҙләнеү юлында.
Тарасов дивизионында Белоруссияның «Динамо»һы /12 мәрәй/ юғары урынға барып менгән. «Северсталь» һағайта. Улар – икенсе баҫҡыста. «Витязь» үҙенең амплуаһында – ни бары ике мәрәй яулаған.
Харламов дивизионында «Металлург» /Магни­тогорск/ /11 мәрәй/ алда килә. «Нефтехимик» менән «Аҡ барс» был юлы таблицала йәнәш атлай. Улар иҫәбендә һигеҙәр мәрәй һәм икенсе-өсөнсө урын. Аутсайдер – «Трактор» /2 мәрәй/.
Чернышев дивизионында ҡаҙағстан егеттәре байраҡты үҙ ҡулына алмаҡсы. «Барыҫ» иҫәбендә – 10 мәрәй һәм беренсе урын. «Себер» – икенсе, «Авангард» менән «Салауат Юлаев», һигеҙешәр мәрәй яулап, өсөнсө-дүртенсе урынды бүлешә.
Бөгөн өфөләр үҙ майҙанында «Себер» хоккейсыларына ҡаршы һынау тотасаҡ.

Н. ТИМЕРОВ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте