RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

30.08.2011 Ҙур спорт тирәләй

Аҡса ғына кимәлде күтәрә алмай шул
Футбол буйынса 2011/12 йылдарҙа уҙасаҡ Чемпиондар лигаһында уйнаясаҡ төркөм командалары билдәле булды.
Рәсәйҙең ЦСКА футболсылары, «В» төркөмөнә эләгеп, Франция чемпионы «Лилль», Италияның вице-чемпионы «Интер» һәм Төркиәнең «Трабзонспор» клубтары менән уйнаясаҡ. «Зенит» «G» төркөмөндә Португалияның билдәле командаһы, Европа лигаһы еңеүсеһе «Порту», Украина беренселеге чемпионы «Шахтер» һәм Кипрҙың АПОЕЛ командаһы уйынсылары менән көс һынашасаҡ.
Шулай уҡ Чемпиондар лигаһына путевка яулау өсөн квалификацион уйында ҡаҙандың «Рубин» командаһы Францияның «Лион» клубы менән булған ике осрашыу һөҙөмтәһе буйынса еңелеп, юлын Европа лигаһында дауам итәсәк. Башта «Рубин» ҡунаҡта уларға 3:1 иҫәбенә отолһа, үҙендә 1:1 иҫәбенә уйнаны.
Ә бына Европа лигаһының төркөм уйындарына, «Рубин»дан тыш, Рәсәйҙән «Локомотив» командаһы ғына эләкте. Мәскәүҙең «Спартак» уйынсылары тәүге осрашыу­ҙа Польшала урындағы «Легия» футболсылары менән 2:2 иҫәбенә таралышҡас, икенсеһендә көтмәгәндә ҡунаҡтар­ға 2:3 иҫәбенә отолоп, төп бәйгенән төшөп ҡалды. Ә бит уйын барышында «Спартак» дәғүәсене 2:0 иҫәбенә еңеп килә һәм … еңелә.
Владикавказдың «Алания»һы ла турнир менән хушлашты. Уларға саҡ ҡына бәхет йылмайыңҡыраманы. Сөнки Төркиәлә «Бешикташ»ҡа 3:0 иҫәбенә отолғас, улар башын эймәй, үҙендә ҡунаҡтарҙы 2:0 иҫәбенә еңде. Ике уйын һөҙөмтәһе буйынса «Бешикташ» юлын дауам итте.

Иҫтәренә төштө, буғай

Икенсе дивизиондың Урал − Волга буйы беренселегенең сираттағы 20-се туры уҙҙы.
Республикабыҙҙың «Өфө» футбол командаһы чемпионат аутсайдеры − Киров ҡалаһының «Динамо» клубы менән уның майҙанында осрашты. Һәм хужаларҙы 3:0 иҫәбенә отоп, уңышлы юлын дауам итте. Хәҙер «Өфө»ләрҙең ҡумтаһында 38 мәрәй һәм улар турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысында килеүсе «Волга»нан бер генә мәрәйгә ҡалыша. Шулай уҡ Учалының «Горняк» уйынсылары ла көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы. Улар «Носта» клубын 4:1 исәбенә еңеп, икенсе урынын һаҡлап ҡалды. Ә бына лидер − «Нефтехимик», йәнә еңеү яулап, мәрәйҙәрен арттыра төштө.

Ике лидер

Рәсәй Премьер-лига командаларының үҙәк уйынында чемпионат лидеры − ЦСКА футболсылары «Спартак» клубы менән осрашып, 2:2 иҫәбенә таралышты.
Был һөҙөмтә турнирҙа аҫта килеүселәр өсөн бик уңай булды: сөнки ЦСКА-нан ҡалышып килгән «Зенит» командаһы, «Краснодар»ҙы 5:0 иҫәбенә отоп, мәрәйҙәр һаны буйынса улар менән тиңләште. Өсөнсө баҫҡыста килгән «Динамо» (Мәскәү) уйынсылары ла, еңеү яулап, үҙ урынында ҡалды. Улар «Спартак-Нальчик»ты 2:0 иҫәбенә отто. «Рубин» − «Кр. Советов» − 1:0, «Кубань» − «Локомотив» − 0:1.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына