RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәй үтте, хоккей етте

11.09.2010 Йәй үтте, хоккей етте

Йәй үтте, хоккей еттеЭй, рәхәт. Йәй үтһә, хоккей миҙгеле етә. Хоккей тамамланһа, йәй етте, тигән һүҙ... Моғайын, минең һүҙҙе күптәр йыҡмаҫ. Сөнки, нисек кенә булмаһын, йәй көнө кеше ял итеп ҡыуанһа, ҡышын иһә яратҡан «Салауат Юлаев» командаһының уйынын ҡарап кинәнә.
Шулай итеп, КХЛ беренселегенең сираттағы өсөнсө миҙгеле старт алып, оҙайлы юлға сыҡты. Беренсе булып боҙға уҙған йылғы финалсылар – еңеүсе «Аҡ барс» хоккейсылары менән көмөш миҙал призеры, йәғни МВД менән «Динамо» клубтарының берләшкән командаһы сыҡты. Хәҙер улар берләштерелгән «Динамо» хоккей клубы булып һаналасаҡ.
Шуғалырмы икән, берләшкән команда көслөрәк булып сыҡты һәм чемпионды 3:1 иҫәбенә отоп, асыу кубогына эйә булды.
Бронза миҙал призеры «Салауат Юлаев» хоккейсылары беренсе уйынын Силәбенең «Трактор» уйынсылары менән уҙғарҙы һәм, уларҙы еңел генә 7:2 иҫәбенә отоп, ҡумтаһына тәүге өс мәрәйҙе һалып ҡуйҙы. Голдарҙы үҙ иҫәптәренә Владимир Антипов, Патрик Торесен, Роберт Нильсcон, Олег Сапрыкин, Андрей Кутейкин, Александр Свитов һәм Якуб Клепиш яҙҙы. Ғөмүмән, был осрашыуҙа хужалар бар йәһәттән дә үҙҙәрен хужаларса тотто. Хужаларса, тигәндән, ошо уҙған турҙа, өфөләрҙән тыш, тик «Металлург» (Маг­нитогорск) ҡына еңеү яулап, көйәрмәндәрен ҡыуандыр­ҙы. Ҡалған уйындарҙа уңыш ҡунаҡтарға юлдаш булды. «Динамо» (Минск) – «Торпедо» – 1:3, «Амур» – «Себер» – 2:5, СКА – «Динамо» (Рига) – 4:5, ЦСКА – «Спартак» – 1:5.

* * *
Йәштәр беренселеге лә старт алып, дүрт тур уҙғарҙы ла инде. Өфөнөң «Толпар» командаһы үҫмерҙәре, дүрт уйында өс еңеү яулап, береһендә буллит серияһында еңелде. Улар иҫәбендә – 10 мәрәй һәм үҙ дивизионында беренсе урын.

Н. ТИМЕРОВ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Рәсәй көрәште Бельгия менән башлаясаҡ

«Салауат»тың уҡсылары ҡайҙа булған?..

Көрәшсе ҡыҙ

08.12.2018 - Спорт Көрәшсе ҡыҙ


Рәсәй көслөләр рәтенә сыға алманы

«Салауат Юлаев» – алтынсы

Сәкәнһеҙ еңеү...

26.10.2018 - Спорт Сәкәнһеҙ еңеү...


«Себер» – антирекорд, СКА рекорд ҡуя

«Себер»ҙе «Салауат Юлаев»  та йәлләмәне...

«Салауат Юлаев» еңеүҙән башланы

Ҡурҡынысһыҙ ҡурҡыныс команда...

Исемдең баһаһы төшмәнеме икән?..

Мундиаль ашнаҡсыһы Нариман