RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Кубок бишенсе тапҡыр Өфөлә ҡалды

07.09.2010 Кубок бишенсе тапҡыр Өфөлә ҡалды

Өфөлә хоккей буйынса йыл да уҙғарылған Башҡортостан Президенты кубогы өсөн турнир уҙҙы. Унда, хужаларҙан тыш, «Трактор» /Силәбе/, «Югра» /Ханты-Манси/ һәм Чехиянан килгән ҡунаҡ – «Энергия» хоккейсылары ҡатнашты. 12-се тапҡыр уҙғарылған турнирҙа «Салауат Юлаев» клубы, өс уйында ла еңеү яулап, төп призға эйә булды. Был уңышҡа улар инде бишенсе тапҡыр өлгәшә. Һуңғы осрашыуҙа Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре Чехия уйынсыларын 7:1 иҫәбенә ҡыйратты.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса иң шәп һөжүмсе булып Александр Радулов билдәләнһә, юлаевсыларҙың яңы легионеры Якуб Клепиш иң һөҙөмтәле бомбардир булып танылды. Шулай уҡ «Энергия» командаһы һаҡсыһы Петр Грегорек үҙ амплуаһында юғары исем менән баһаланһа, Силәбе клубының ҡапҡа һаҡсыһы Себастьян Кэрон иң көслө ҡапҡасы исемен алды.

«СЮ» командаһының өлкән тренеры Игорь Захаркин:
– Турнир бик һәйбәт үтте. Уйынсыларыбыҙ миҙгел алдынан үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәтеп, киләсәккә өмөттәр уята. Командаға килгән яңы хоккейсылар ҙа үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте. Әйтәйек, Олег Сапрыкин етеҙлеге һәм дә башҡа яғы менән командаға бик файҙалы уйынсы буласаҡ. Игорь Волков хаҡында ла шулай тип әйтергә була. Александр Свитов та, моғайын, үҙен күрһәтер. Якуб Клепиш үҙен командаға бик кәрәкле һөжүмсе итеп танытты. Роберт Нилссон да бик уникаль уйынсы икәнен иҫбатланы. Һаҡсы Томаш Староста әлеге турнирҙа бик әүҙем ҡатнашмаһа ла, КХЛ беренселегендә үҙен күрһәтер тип ышанабыҙ.
Шулай итеп, сираттағы турнир тамамланды. Уны ябыу тантанаһында БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашып, еңеүселәрҙе тәбрикләне.
Ике көндән КХЛ беренселеге оҙайлы юлға сығасаҡ.

Н. ТИМЕРОВ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Көрәшсе ҡыҙ

08.12.2018 - Спорт Көрәшсе ҡыҙ


Сәкәнһеҙ еңеү...

26.10.2018 - Спорт Сәкәнһеҙ еңеү...