RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Кеша" – "Салауат Юлаев" көйәрмәне

16.04.2011 "Кеша" – "Салауат Юлаев" көйәрмәне

Белеүегеҙсә, былтыр футбол буйынса Көньяк Африкала барған донъя беренселеге уйындарының һөҙөмтәләрен алдан һигеҙаяҡ билдәләргә ярҙам иткәйне.
Беҙҙең өйҙә лә шундай күрәҙәсе йәшәй. Тик һыу хайуаны һигеҙаяҡ түгел, ә тутыйғош. Апайым уны Яңы йылға алып ҡайтҡайны һәм шунан бирле, үҙенең сәңгелдәгендә бәүелеп, беҙҙең менән хоккей ҡарай. Атайым әйтеүенсә, хоккейсыларыбыҙҙың кейеме йәшел булғанғалыр, ҡошобоҙ йәшел төҫтә, исеме – "Кеша".
Өйрәнеп киткәс, ояһынан сығарып, өйҙә йөрөтә башланыҡ. "Салауат Юлаев" һәр уйында еңә барҙы, ә беҙҙең тутый­ғош, сәңгелдәгендә бәүелеп, уларҙың уйынын күҙәтте.
Бына "Салауат Юлаев" ярымфиналда Магнитогорскиҙың "Металлург" командаһы менән осрашты. Беҙҙең команда бирешмәне, ике еңеү яуланы. Һәм өсөнсө уйын килеп етте. ҡараһам, Кеша ояһында юҡ, шкаф башында ултыра. "Еңеләбеҙ бит, тип әйтеп, ҡыуалап ҡараным, тик төшмәне", – тине атайым. Кеша ояһының ишеген үҙе асып сығып киткән булған. Шулай итеп, тутыйғош Кеша ике уйынды ла ҡараманы, өфөләр еңелеп тә ҡуйҙы. Һуңғы хәл иткес уйында Кеша хоккей менән ҡыҙыҡһынып китте. Һәм бына – тағы еңеү!

Гөлиә ИСХАҡОВА,
Өфө һынлы сәнғәт гимназияһы уҡыусыһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына

Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...