RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беренсе һынау – «Себер»

22.02.2011 Беренсе һынау – «Себер»

Беренсе һынау – «Себер»Шулай итеп, сираттағы, йәғни КХЛ беренселегенең өсөнсө даими беренселеге лә, үҙенең яңы битен асып, ҡыҫҡа финиш һыҙығына барып етте. Беренселек башланғаны бирле Көнбайыш һәм Көнсығыш дивизиондарына бүленгән 23 команда үҙ-ара 54 тур уҙғарып, хәл иткес алышҡа сығасаҡ 16 көслө клуб асыҡланды. Көнбайыш дивизионынан – «Локомотив», «Динамо» /Мәскәү/, СКА, «Атлант», «Северсталь», «Спартак», «Динамо» /Рига/ һәм «Динамо» /Минск/ хоккейсылары, Көнсығыш дивизионынан – «Авангард», «Аҡ барс», «Салауат Юлаев», «Металлург» /Мг./, «Югра», «Себер», «Барыҫ» һәм «Нефтехимик» уйынсылары. Плей-офф уйындары иртәгә старт ала. Командалар үҙ-ара бер яҡтың дүрт еңеүенә тиклем көрәш алып барасаҡ. Ғөмүмән, бөтөн осрашыуҙар ҙа ошо юҫыҡта дауам итә.
Көнбайыш дивизион, 1/4 финал
1. «Локомотив» – «Динамо» /Минск/
2. «Динамо» /Мәскәү/ – «Динамо» /Рига/
3. СКА – «Спартак»
4. «Атлант» – «Северсталь»
Көнсығыш дивизион, 1/4 финал
1. «Авангард» – «Нефтехимик»
2. «Аҡ барс» – «Барыҫ»
3. «Салауат Юлаев» – «Себер»
4. «Металлург» /Мг./ – «Югра»

Көнсығышта плей-офф уйындары 24 февралдә башланасаҡ. Дөйөмләштереп әйткәндә, беренселек үҙ маҡсатына иреште, буғай. Көслөләр, дәрәжәһенә ҡарап, юғары урындарҙа урынлашһа, ҡалғандары хәленән килгәнсә тырышыпмы-тырмашты. «Амур», «Витязь», «Металлург» /Нк./ кеүек командалар инде үҙҙәренең, законлы тип әйтһәк тә була, урындарын белеп бөтһә, данлыҡлы ЦСКА-ның плей-оффҡа эләкмәүе барыһы өсөн дә аптырарлыҡ хәл булды. Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һы, күпме генә ынтылмаһын, был юлы маҡсатына өлгәшә алманы. Ә бына Минскиҙың «Динамо»һы, үҙендә көс табып, китеп барған поездың һуңғы күтәрмәһенә эләгеп, үҙ тарихында башлап плей-оффҡа эләкте. Беренселек дебютанты – «Югра» хоккейсылары маҡтауға лайыҡ. Улар шунда уҡ исемле ағайҙары алдында үҙен танытып, көрәшкә ҡәтғи әҙерлеген белдерҙе. Ғөмүмән, плей-оффта береһен дә айырып ҡарап булмай. Бында – икенсе маҡсат, шуға күрә төрлөһөн көтөргә мөмкин. Гагарин кубогы өсөн өсөнсө тапҡыр ең һыҙғанған «Салауат Юлаев» командаһы, тәүге стадияла, алда яҙыуыбыҙса, Новосибирскиҙың «Себер»е менән алышасаҡ. Өфөләрҙең дәғүәсеһе хаҡында шуны әйтергә була. «Себер» КХЛ-дың плей-оффына тәүгә сыҡты. Быйылғы миҙгелдә баштан уҡ тотороҡло һөҙөмтәгә өлгәшеп, төшөп ҡалғандарҙан түгеллеген иҫбатланы. Юлаевсылар менән даими беренселектә дүрт тапҡыр уйнаны. Тәүге осрашыуҙа өфөләр уларҙы 5:1 иҫәбенә ҡыйратһа, икенсеһендә Новосибирскиҙа 3:0 иҫәбенә еңә. Өсөнсө алышта «Себер» «тешләшә» һәм тик өҫтәмә ваҡытта ғына өфөләргә 2:3 иҫәбенә бирелә. Һуңғы дүртенсе уйында юлаевсылар йәнә көслөрәк булып сыға һәм уларҙы 4:1 иҫәбенә ота. Шулай итеп, статистика буйынса, өҫтөнлөк беҙҙең яҡта булһа ла, «Себер», моғайын, еңел генә бирелмәҫ. Алда беҙҙе бик ҡыҙыҡлы, көсөргәнешле уйындар көтә.

Вячеслав БЫКОВ, «Салауат Юлаев» командаһының баш тренеры:
– Шулай итеп, даими беренселек тамамланды, әммә беҙҙе ауыр плей-офф уйындары көтә. Барыһы ла һәйбәт тип әйтеп булмай, шулай ҙа команданың һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәтбеҙ. Хәҙер иң төп мәсьәлә – «Себер». Беҙ уларҙы даими беренселектә дүрт тапҡыр еңһәк тә, дәғүәсене көсһөҙ тип әйтеп булмай. Шулай ҙа буласаҡ ярымфиналдағы дәғүәсе – «Аҡ барс»ты түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. «Себер»ҙе үтә алһаҡ, ҡаҙан хоккейсылары менән рәхәтләнеп алышыр инек!

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына