RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тәжрибә уртаҡлашып

22.02.2011 Тәжрибә уртаҡлашып

Йәштәр хоккей лигаһының (МХЛ) балалар хоккейын үҫтереү буйынса социаль программаһына ярашлы, яңыраҡ Канада тренерҙары Салауат ҡалаһының йәш хоккейсылары өсөн мастер-класс ойошторҙо. Улар өс көн буйы урындағы боҙ аренаһында «Юрматы» хоккей клубы тәрбиәләнеүселәре өсөн төрлө күнекмәләр үткәрҙе, был популяр спорт төрөнөң серҙәре менән уртаҡлашты. Һуңынан «саған япрағы» иленән килгән ҡунаҡтар Грег Айрленд, Майк Флаэрти, Скотт Макферсон, Арон Нэги һәм «Юрматы» хоккей командаһының тренеры Артем Ромашов «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй хоккейы хаҡындағы фекерҙәре менән бүлеште. «Миңә үҙебеҙҙә Рәсәй хоккейсылары менән дә эш итергә тура килде, – тип башланы һүҙен Грег Айрленд. – Улар хаҡында бары тик яҡшы фекерҙәр генә ҡалды. Ҡурҡыу белмәҫ оҫта хоккейсыларҙы ниндәй шарттарҙа һәм кемдәр әҙерләй икән, тип гел ҡыҙыҡһына инем. Салауатта кесе һәм өлкән хоккейсылар менән осрашып, дәрестәр үткәрҙем. Уларҙың оҫталығы, тырышлығы хайран ҡалдырҙы. Тренерҙары ла – үҙ эшенә ғашиҡ кешеләр. Башҡортостан етәкселегенең дә хоккейға мөнәсәбәте маҡтауға лайыҡ. Был беҙҙең беренсе осрашыу ғына. Киләсәктә лә бәйләнештәрҙе нығытайыҡ, аралашып йәшәйек. Башҡортостандың хоккей командалары, тренерҙары ла Канадаға килһен».
Грег Айрленд 13 йыл профессиональ тренер булып эшләй. «Финикс Койотис» клубының тренеры вазифаһында ул бик күп рекорд ҡуйған. Ул эшләгән ваҡытта Милли хоккей лигаһына (НХЛ) 32 уйынсы ингән.
Өс тапҡыр «йыл тренеры» исемен яулаған Грег Айрленд етәкләгәндә 2005 йылдан «Гранд-Рапидс Гриффинс» командаһы плей-оффҡа барлығы 11 тапҡыр сыҡҡан. Ул шулай уҡ «Гамильтон», «Дейтон Бомберс», «Оуквил Блейдс», «Мильтон Мерчантс», «Каледон Канадиенс» командаларында ла уңышлы эшләй.
– Төньяҡ Америка тренерҙарының килеүе балаларға яҡшы тәьҫир итте, – ти «Юрматы» хоккей командаһының баш тренеры Артем Ромашов. – Барыһы ла, дәртләнеп, оҫталығын күрһәтергә, ҡунаҡтарҙың иғтибарын йәлеп итергә ынтылды. Беҙ үҙебеҙ ҙә тәжрибә тупланыҡ һәм эшебеҙгә баһа алдыҡ. Был йүнәлештә эште артабан да дауам итергә кәрәк.

Самат ҠОТЛОЕВ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Рәсәй көрәште Бельгия менән башлаясаҡ

«Салауат»тың уҡсылары ҡайҙа булған?..

Көрәшсе ҡыҙ

08.12.2018 - Спорт Көрәшсе ҡыҙ


Рәсәй көслөләр рәтенә сыға алманы

«Салауат Юлаев» – алтынсы

Сәкәнһеҙ еңеү...

26.10.2018 - Спорт Сәкәнһеҙ еңеү...


«Себер» – антирекорд, СКА рекорд ҡуя

«Себер»ҙе «Салауат Юлаев»  та йәлләмәне...

«Салауат Юлаев» еңеүҙән башланы

Ҡурҡынысһыҙ ҡурҡыныс команда...

Исемдең баһаһы төшмәнеме икән?..

Мундиаль ашнаҡсыһы Нариман