RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

29.07.2019 Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Көньяҡ Кореяла һыу спорты төрө буйынса
донъя чемпионаты бара


Рәсәй йыйылма командаһы синхрон йөҙөү буйынса беренселек һайын бар “алтын”ды тиерлек яулап, хәҙер инде күптән еңелеүҙе белгәне юҡ. Улар ун мөмкинлектән туғыҙ тапҡыр юғары баҫҡысҡа күтәрелеп, ҙур уңышҡа өлгәште. Быйылдан индерелгән яңы хайлайты төрөнән генә беҙҙекеләр ҡатнашманы. Унда Украина ҡыҙҙары еңде. Хайлайтыла ун кеше акробатик төрҙән һыуҙа көс һынаша. Шуға ла “алтын” булманы... Билдәле Светлана Ромашина (һүрәттә) ғына ошо беренселектә өс алтын миҙал яулап, хәҙер донъя беренселегенең 21 тапҡыр чемпионы булып танылды. Унан тыш, ул биш тапҡыр Олимпия уйындары еңеүсеһе һәм ун тапҡыр Европа беренселеге чемпионы исеменә лайыҡ.
Ғөмүмән, донъя чемпионаттарында ул йәһәттән Швейцария атыусыһына етеүсе юҡ. Конрад Штэхели 41 тапҡыр донъя чемпионы булып һанала. Шул уҡ атыу төрөнән яҡташы Карл Циммерман 30 беренселектә алдынғылыҡты бирмәй. Әлбиттә, атыу төрөн башҡа физик төрҙәр менән сағыштырып булмай. Әммә ул да спорт төрө булып һанала. Өсөнсө урында – Свен Крамер. Ул конькиҙа йүгереүҙә донъяла 29 тапҡыр беренсе була. АҠШ йөҙөүсеһе Майкл Фелпс планетала 26 ярышта алтын миҙал яулай. 20 тапҡыр биатлондан еңгән билдәле Уле Эйнар Бьорндаленды уҙып, беҙҙең Ромашина хәҙер ул йәһәттән алтынсы урынға сыҡты.

Синхрон йөҙөү спорт төрө Олимпия уйындарына 1984 йылдан алып инде­релә. 2000 йылдан бирле беҙҙекеләргә етеүсе юҡ. Улар бар төрҙән дә алдынғы. Ҡатын-ҡыҙ спорт төрө һаналыуға ҡарамаҫтан, хәҙер ир-аттар ҙа синхрон йөҙөүҙә ҡатнаша башланы. Тик әлегә улар донъя чемпионаттарында ғына ҡатна­шырға хоҡуҡлы.

Шуныһы ҡыҙыҡ: синхронда ҡатнашыу­сылар һыу аҫтында дүрт минут тирәһе тын алмай йөҙә ала. Танауҙарына һыу эләкмәһен өсөн ҡыҫтырғыс ҡулланалар. Әгәр уныһы ысҡынып китһә, алмашын купальникҡа йәшереп ҡуялар.

Бынан ҡала, спортсылар хәҙер йөҙөү һәм трамплин төрөнән көс һынашасаҡ. Ун метр бейеклектән һикереүҙә Александр Бондарь, Ҡытай һикереүсе­ләренән ҡала, өсөнсө урын яуланы.




Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына

Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...