RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

02.06.2019 «Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

Бер нисә йылдан ул Рәсәй командаһы өсөн «алтын»ға торошло булырмы?..

«Ҡыҙыл машина»ға ҡаршы тороусылар юҡ. Быйыл шундай «йондоҙ»ло состав менән ул мотлаҡ исемен ҡайтарасаҡ. Канада менән юлдары тик финалда ғына киҫешәсәк һәм башҡаһы…»

Шундай һүҙҙәр Словакияла уҙған донъя чемпионатында ике аҙна буйы ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора. Яңғыра­май… Донъя хоккей күген балҡытҡан Овечкин, Малкин, Кучеров, Ковальчук, Орлов, Анисимов, Кузнецов, Василевский кеүек шәхестәр ҡасан бергә йыйылып, Рәсәй намыҫын яҡлар ине әле?! Ә улар йыйылды. Донъя беренселегенең мәртә­бәһен бер­мә-бер арттырып, бер нисә тиҫтә мең көйәрмәнде үҙенә йәлеп итеп, онотолмаҫлыҡ байрам өҫтәне, тиһәк тә арттырыу булмаҫ.

Улар Австрия, Италия, Норвегия кеүектәрҙе «йәлпәш­тереп», ҡал­ғандарын да шул юҫыҡта еңә­сәгенә алдан ышанды. Сөнки командаға плей-оффта кем менән осрашһа ла барыбер ине. Егеттәр үҙҙәре шул хаҡта асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Ә бит сирекфиналда уҡ «шылтыратыусылар» булды. Әгәр бәйге ваҡытында тамамланып өлгөр­мәһә, белмәйем, мо­ғайын, АҠШ командаһы беҙҙеке­ләрҙе алдан уҡ өйгә ҡайтарып ебәрер ине.

Финдар Рәсәй командаһы өсөн күптән уңайһыҙ дәғүәсегә әйләнеп бара. Үҙебеҙҙәге Олимпия уйындарын ғына алайыҡ. Улар беҙҙе шунда мәсхәрәгә ҡал­дырҙы. Шул уҡ тиерлек состав менән алдан уҡ «алтын»ды муйынға тағып, һөҙөмтәлә бер нәмәһеҙ ҡалдыҡ. Финляндия хоккейсылары Рәсәй командаһын 3:1 иҫәбенә отоп, ярымфиналға үткәрмәне. Был юлы ла шул уҡ тырмаға баҫтыҡ. Бронза миҙал өсөн бөтә үсен чехтарҙан ҡайта­рырҙармы тиһәк, юҡ, унда ла саҡ ҡалдылар. Дәғүәсенең ҡапҡаһына ике голдары ла, яңылыштан ҡағылып, һуғылып инде. Ә инде буллит серияһын, еңеүсене асыҡ­лай торған ысул, тип һанамаҫ инем. Сөнки ул – лотерея. Бында команда түгел ә шәхси оҫталыҡ алғы сафҡа сыға. Унда ла, һин ниндәй генә оҫта булма, әгәр саҡ ҡына яңылышһаң, эш харап. Команданы яман­лағандан да түгел, беҙгә «бронза» түгел, ә «алтын» кәрәк ине. Беҙҙекеләргә башҡа баһа ла юҡ һымаҡ ине шул. Нишләйһең, тимәк, кимәлебеҙ ҙә шул тирәгә төшөп бара. Бер нисә йылдан бронза миҙал да беҙҙең өсөн «алтын»ға торошло булмаҫ, тимә…

Ә инде билдәһеҙ хоккейсылар­ҙан туп­ланған Финляндия уйынсылары чемпион булып танылды. Канада – икенсе, беҙ – өсөнсө.
Киләһе чемпионат Швейцарияла уҙасаҡ. Рәсәй йыйылма командаһы был юлы төркөм осрашыуҙарында Финляндия, Швейцария, АҠШ, Латвия, Норвегия, Италия һәм Ҡаҙағстан хоккейсылары менән сәкәләшәсәк.




Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: ТАСС






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына

Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...