RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур спорт тирәләй

28.08.2010 Ҙур спорт тирәләй

Плющенкоға юлды япмаҡсылар...
Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара союз, билдәле Рәсәй спортсыһы, Олимпия уйындары чемпионы Евгений Плющенконы үҙ ҡарамағында уҙғарылған бәйгеләрҙән ғүмерлеккә ситләтте.
Хәҙер ул донъя һәм Европа беренселегендә генә түгел, ә Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғынан да мәхрүм ителде.
Был ҡарарға уларҙы спортсының, йәрәхәт алыуына һылтанып, донъя беренселегендә ҡатнашыуҙан баш тартып, икенсе бәйгелә, йәғни «Боҙ королдәре» телевизион шоуында ҡатнашыуы килтерҙе. Ә бит уның, йәрәхәт алыу сәбәпле, бер ярышта ла ҡатнашырға хоҡуғы булмай. Шуға ла белгестәр, исеменә ҡарамай, уны ошо ҡаты язаға тарттырырға булды. Тик Евгений бының менән риза түгел, 2014 йылда буласаҡ Сочиҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашасағына ышана.

Рәсәй үҫмерҙәре – икенсе
Сингапурҙа үҫмерҙәр араһында тәүге Олим­пия уйындары уҙҙы.
Рәсәйҙең йәш спортсылары, бөтәһе 18 алтын, 13 көмөш һәм 10 бронза миҙал яулап, командалар араһында икенсе урынға сыҡты. Тәүге баҫҡыста – ҡытай спортсылары (30 – 16 – 5). Өсөнсө урында Көньяҡ Корея үҫмерҙәре урынлашты (11 – 3 – 4).

Эш аҡсала ғына түгел шул...
Футбол буйынса Европа лигаһының икенсе яуап квалификация уйындары үтте.
Унда Рәсәйҙән дүрт клуб старт алғайны. Үкенескә күрә, берәүһе генә (ЦСКА клубы) шуны уңышлы үтеп, Рәсәйгә тап төшөрмәне. Рәсәй беренселеге лидеры – «Зенит» командаһы Чемпиондар лигаһына эләгер өсөн тәүге уйында Францияның «Осер» футболсыларын 1:0 иҫәбенә еңгәс, икенсе осрашыуҙа уларға 0:2 иҫәбенә отолдо һәм мәсхәрәгә ҡалды. Шулай итеп, Европа футбол күгендә байҙар иҫәбендә һаналған клуб хәҙер тик Европа лигаһында сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ «Локомотив» та Швейцарияның иң түбәнге дивизионында сығыш яһаған «Лозанна» клубын үтә алмай абынды. «Сибирь» беренсе уйында билдәле ПСВ уйынсыларын 1:0 иҫәбенә отҡас, икенсеһендә 0:5 иҫәбенә ҡыйратылды. ЦСКА «Зенит» кеүек Европа лигаһында уйнарға хоҡуҡ яуланы.
Чемпиондар лигаһында Рәсәйҙең намыҫын «Рубин» менән «Спартак» командалары яҡлаясаҡ. Әле яңыраҡ йәрәбә уҙғарылды. ҡаҙан футболсылары үҙ төркөмөндә билдәле «Барселона» (Испания), «Копенгаген» (Дания) һәм Грецияның «Панатинаикос» командалары менән осрашһа, «Спартак»тың дәғүәселәре булып «Челси» (Англия), «Марсель» (Франция) һәм «Жилина» (Словакия) клубтары буласаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына