RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...

15.03.2019 Магнитты «алдыҡ», киттек Екатеринбургҡа...

йәки «Салауат Юлаев» хоккейсылары Көнсығыштың өсөнсө командаһын еңеп, беренсеһенә ҡаршы ең һыҙғанды

Хоккей буйынса Гагарин кубогының ярымфиналсылары билдәле булды. Һуңғы булып был хоҡуҡты Көнсығыш конференцияһында Ҡаҙағстандың «Барыҫ» командаһы яуланы. Ул етенсе, хәл иткес бәйгелә «Торпедо» хоккейсыларын еңеп, үҙ тарихында икенсе тапҡыр ошо уңышҡа өлгәште.

Шулай итеп, Көнсығышта «Автомобилист» клубы менән «Салауат Юлаев», «Барыҫ» менән «Авангард» уйынсылары сәкәләшһә, Көнбайыш конференцияһында ЦСКА командаһы – «Динамо»ға (Мәскәү) һәм СКА хоккейсылары «Локомотив»ҡа ҡаршы һынау тотасаҡ. «Аҡ барс», «Металлург», «Трактор», «Торпедо», «Йокерит», «Витязь», «Сочи» һәм «Спартак» командалары өсөн бәйге тамам. Бигерәк тә «Спартак» уйынсылары йәл. Улар тәүге ике осрашыуҙа йыл да «Гагарин»дың төп дәғүәсеһе булып һаналған СКА-ны еңеп, ҡалғанына саҡ ҡына хәле етеңкерәмәне. Дөрөҫөрәге, башҡа көстәр уға аяҡ салды, тиһәк тә, хата булмаҫ…

«Салауат Юлаев» хоккейсылары ла, көйәрмәндәрен ҡыуандырып, ниһайәт, дүртенсе мөмкинлектән «Металлург»ты еңде. Сөнки өфөләр һуңғы ваҡытта плей-оффта суйын ҡойоусыларҙы үтә алмай ыҙаланды. Һәм бына был юлы юлаевсылар Конференцияның ярымфиналында Екатеринбург клубы менән көс һынашасаҡ. Ғөмүмән, улар үҙ-ара 24 тапҡыр уйнай һәм һәр ҡайһыһы 12 еңеү яулай. Быйылғы миҙгелдә улар ике тапҡыр осраша һәм икеһендә лә өҫтөнлөк «Автомобилист» (0:1, 0:2) яғында була. 2010 йылда плей-оффта сәкәләшәләр. «Салауат Юлаев» дәғүәсеһен дөйөм 3:1 иҫәбенә отоп, сирекфиналға үтә. «Автомобилист» тигәндән, быйыл ул чемпионатты бик уңышлы башланы. Оҙаҡ ваҡыт КХЛ-дың лидеры ла булды. Тик һуңғы уйындарҙа ғына дилбегәһен бушатып, даими чемпионатты, ЦСКА менән СКА-нан ҡала, өсөнсө күрһәткес менән тамамланы. Команда уҙған миҙгелдә көслө уйынсылар менән тулылана. «Барыҫ»тан билдәле Канада легионеры Найджел Доус, «Нефтехимик»тан Дэн Секстон, ЦСКА-ла тәжрибә туплап өлгөргән Стэфан Да Коста кеүек хоккейсылар шунда уҡ составҡа инеп, үҙ урындарын тапты. Шулай уҡ унда Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүселәре – ҡапҡасы Владимир Сохатский, һөжүмселәр Артем Гәрәев менән Степан Хрипунов, һаҡсылар Алексей Василевский менән Ефим Гуркин уңышлы уйнай. Юлаевсылар составында нығынып, Екатеринбургҡа киткән Кирилл Кольцов, Иван Вишневский һәм Денис Бодров та беҙгә бик яҡшы таныш. Тимәк, беҙҙе бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле бәйге көтә.

Юлаевсыларҙың «Металлург» командаһы менән булған осрашыуына килгәндә, ҡапҡасыбыҙ Юха Метсоланың һәм башҡа легионерҙарыбыҙҙың тырышлығы уңышлы һөҙөмтәгә килтерҙе. Сөнки уҙған ошо алты уйын һөҙөмтәһе буйынса Линус Умарк, Теему Хартикайнен һәм Йоонас Кемппайнен өсөһөнә 22 мәрәй йыйып, командалағы хоккейсыларҙың яртылаш күрһәткесенә иреште. Ә Хартикайнен биш тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, биш тапҡыр гол индереүгә булышлыҡ итә һәм плей-оффтың беренсе раунды буйынса КХЛ-да иң мәргән хоккейсы исемен ала. Әлбиттә, башҡа уйынсыларҙың да еңеүҙә тос өлөшө бар. Шул уҡ Владимир Ткачевтың ваҡытында индергән шайбаһы «Металлург» серияһына нөктә ҡуйҙы. Хәҙер беҙ башҡаларҙың да боҙҙа батырлыҡ күрһәтеүен көтөп ҡалабыҙ.



Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: ХК СЮ





Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына

Абҙаҡтар ҙа хоккей ярата

«Алтын»һыҙ  «алтын»лылар…

Башҡорт егеттәре – спорт мастерҙары

Бөгөн Красноярскиҙа Универсиада асыла, унда Башҡортостан спортсылары ла ҡатнаша

Киттек «Гагарин»ға…

01.03.2019 - Спорт Киттек «Гагарин»ға…


Герой исеме менән – еңеүҙәргә!

Сноуборд-шоу – Парапалдан шыу

Урыны билдәле, дәғүәсеһе генә кем булыр?..

Тренер бар, таланттар быуа быуырлыҡ, база ғына кәрәк…

Бабиковтың маҡсаты башҡа