RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Алтын»һыҙ «алтын»лылар…

09.03.2019 «Алтын»һыҙ «алтын»лылар…

Австрияла саңғыла уҙышыу буйынса ике йылға бер уҙған донъя чемпионаты тамамланды.

Унда Норвегия спортсылары 13 алтын, 5 көмөш һәм 7 бронза миҙал яулап, беренселектә уйнатылған наградаларҙың яртыһына тиерлек эйә булды. Рәсәй саңғыла уҙышыу федерацияһы президенты Елена Вяльбе әйтеүенсә, был илдең асыҡ беренселегендә ҡатнашҡан һымаҡ тойғо ҡалды… Эйе, ысынлап та, норвегтар һуңғы ваҡытта саңғы төрөнән алдын­ғылыҡты бирмәй. Улар саңғыла йүгереүҙә уйнатылған 12 «алтын»дың 10-ын алды. Рәсәй йыйылма командаһы юғары уңышҡа өлгәшә алмай, биш көмөш һәм өс бронза миҙал менән ҡәнәғәтләнде. Шәхси беренселектә Александр Большунов – ике, Александр Бессмертных бер көмөш миҙал яулаһа, Глеб Ретивых менән Юлия Непряева берәр тапҡыр финишта өсөнсө булды. Шунан һуң ир-ат командаһы команда спринтында һәм эстафетала икенсе урын яуланы. Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары эстафетала өсөнсө килде.

Беренселекте тамамлап, саң­ғысылар марафонда көс һынашты. Ғөмүмән, беҙҙекеләр бында 2003 йылдан алып уңышҡа өлгәшмәй. Рәсәй ир-аттарының бер ҙә алтын миҙал яулағаны юҡ. Ике чемпионат рәттән Максим Вылегжанин икенсе килһә, уҙған беренселектә – Сергей Устюгов һәм быйыл Александр Большунов көмөш миҙал таҡты. Ә бына ҡыҙҙарҙан Елена Вяльбе – ике (1995, 1997 йылдар), Лариса Лазутина (1999 йыл) менән Ольга Завьялова (2003 йыл) берәр тапҡыр чемпион була.

Эстафетала ла күптән уңыш йылмайғаны юҡ. Һуңғы тапҡыр ҡыҙҙарыбыҙ 2001 йылда ғына «алтын» менән ҡайта. Ул ваҡытта улар биш чемпионат рәттән беренселекте бирмәй. Был йәһәттән дә ир-ат командаһы ҡыҙҙарыбыҙҙан ҡалыша. Улар СССР заманынан еңеү тәмен татығаны юҡ. Уҙғанында ла, әле лә – икенсе…

Был чемпионат тағы бер ҙур ғауға менән тарихта ҡаласаҡ. Берен­селектә ҡатнашҡан ике Эстония, ике Австрия, бер Ҡаҙағстан спортсыһы һәм уларға булышлыҡ иткән дүрт вәкил ҡан алмаштырыуҙа тотолған. Улар спорт­сыларҙың ҡанын алып, кислород менән тулыландырған һәм ҡабаттан ҡойған. Улар­ҙың бөтәһе лә ғәйебен таныған. Бигерәк тә Ҡаҙағстандың билдәле саң­ғысыһы Алексей Полтораниндың дүрт йылдан ашыу шуның менән булышып, ошоғаса тотолмауы аптырата. Ул ошо арауыҡта Донъя кубогы этаптарында биш алтын, ике көмөш һәм ике бронза миҙал яулай. Халыҡ-ара ғауға бының менән генә сикләнмәҫ, ахыры… Сөнки төп ғәйепләнеүсе – немец табибының бүлмәһендә саңғысыларға ҡағылы­шы булмаған ҡанлы 40 пакет табылған. Ул үҙенең ғәйебен танып, ошо өлкәлә 2000 йылдан алып шөғөлләнеүен белдергән. Тимәк, ғәйепләнеүселәр һаны әллә күпмегә артыуы ихтимал.




Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына